Донъяла һәр кем өсөн иң изге, иң ҡәҙерле кеше—әсәй. Үкенескә күрә, миңә—10, һеңлемә 7 йәш булғанда ғәзизебеҙ фанилыҡтан китеп барҙы. Әлбиттә, еңел булманы. Әммә бала сағым, үҫмерлек осоромда бәхетһеҙ булдым тип әйтә алмайым. Сөнки әсәйемде алмаштырған Fәлиә Риза ҡыҙынан уңдыҡ. Уны әсәй тип үҫтек һәм әле лә уның кәңәштәрен алып, күңел йылыһын тойоп йәшәйбеҙ.
Бала саҡта аңламағанбыҙ ҙа, әммә хәҙер Fәлиә әсәйебеҙҙең ҡыйыулығына, аҡыллы булыуына хайран ҡалабыҙ. Стәрлетамаҡ педагогия институтының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегендә ситтән тороп белеп алып, Йылайыр районы Һултантимер ауылында башланғыс мәктәп мөдире һәм уҡытыусы булып эшләп йөрөгән сағында—22 генә йәшендә ике бала менән тол ҡалған ата-йыбыҙға барырға йөрьәт иткән, үҙенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаған! Йәш кенә булһа ла, донъя күргән кешеләй, беҙҙең менән матур мөғәмәлә тотто, күңелебеҙгә үтеп инде, ауыр юғалтыуҙан һыҙланған йөрәгебеҙгә дауа тапты, беҙҙе ихлас яратты.
1967 йылда ҡустыбыҙ донъяға килде. Өс бала бик татыу үҫтек. Беҙҙе уҡыттылар, аяҡҡа баҫтырҙылар, туйҙар үткәрҙеләр. Әммә барыһы ла һин теләгәнсе генә бармай. Бынан 8 йыл элек атайыбыҙ мәрхүм булды. 2016 йылда, 49 ғына йәшендә ҡустыбыҙ беҙҙе мәңгелеккә ташлап китте. Fәлиә әсәйебеҙ тәрән ҡайғыны нисек кенә күтәргәнен бер Аллаһы Тәғәлә белә. Ул бөгөлмәне, үҙендә көс тапты. Әлеге көндә ҡустыбыҙҙың улын ҡарай. Малик ейәне 2-се курста уҡып йөрөй.
Шуны әйтергә кәрәк: әсәйебеҙ бер ҡасан да ҡул ҡаушырып ултырманы. Сибайға күсеп килгән йылда баҡыр-көкөрт комбинаты асҡан «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында эшләне, һуңынан Сибай педагогия училищеһында лаборант булды. Хаҡлы ялға киткәнсе маҡтаулы хеҙмәт итте. Әле лә буш ултыра белмәй. 5 намаҙын ҡалдырмай уҡый, ураҙа тота, бер туҡтауһыҙ доғаларын уҡып, фатихаларын биреп ултыра. Гәзит-журналдарҙы күпләп алдыра, йә һатып алып уҡый. Йәйгеһен иһә баҡсанан индереп булмай. Шул тиклем ер эшен ярата. Матур-матур сәскәләр, йәшелсәләр үҫтерә.
Ейән-ейәнсәрҙәре уны бик ныҡ ярата. Йыраҡтан ялға ҡайтһалар, өләсәләренә ашығалар. Уның кәңәштәре, һөйләгәндәре, доғалары күңелгә тыныслыҡ бирә, уның янында рәхәт, тиҙәр улар. Эйе, беҙ балаларыбыҙ менән килешәбеҙ. Әсәйебеҙ Fәлиә Риза ҡыҙы янында һәр саҡ ышыҡ, йылы. Беҙҙе матур итеп үҫтергәне, тәрбиәләгәне, бәхетле бала сағыбыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Оло йөрәге алдында баш эйәбеҙ! Ҡылған изгелектәрен, мәрхәмәтең үҙеңә мең сауап булып ҡайтһын! Ауырымай-һыҙланмай оҙаҡ йәшә, һөйөклөбөҙ! Беҙ һиңә мәңге бурыслыбыҙ!
Гөлсирә, Мәүлиҙә Моратовалар.
Һүрәттә: Гөлсирә һәм Мәүлиҙә әсәләре Fәлиә Риза ҡыҙы менән.