Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Февраль 2018, 12:50

ОФИЦЕР БУЛЫУ—ТӨП ХЫЯЛЫ

Сибай ҡалаһы гимназияһын тамамлап, Мәскәүҙәге Бөйөк Петр исемендәге (элекке Дзержинский) Стратегик билдәләнешл ракета ғәскәрҙәре Хәрби академияһының электр энергетикаһы факультеты курсанты Ильяс Ҡаһарманов былтыр Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда Еңеү парадында ҡатнашҡан. Мәртәбәле сараға быйыл да егеттәр ғинуарҙа уҡ әҙерлек башлаған.

Сибай ҡалаһы гимназияһын тамамлап, Мәскәүҙәге Бөйөк Петр исемендәге (элекке Дзержинский) Стратегик билдәләнешл ракета ғәскәрҙәре Хәрби академияһының электр энергетикаһы факультеты курсанты Ильяс Ҡаһарманов былтыр Мәскәүҙә Ҡыҙыл Майҙанда Еңеү парадында ҡатнашҡан. Мәртәбәле сараға быйыл да егеттәр ғинуарҙа уҡ әҙерлек башлаған.
Ватанды һаҡларға, офицер булырға Ильяс бала саҡтан хыяллана. Яҡташыбыҙға был һөнәрҙе һайлауҙа Бөйөк Ватан һуғышын башынан аҙағынаса үткән ветеран олатаһы, отставкалағы майор, Таллинда йәшәгән Батыргәрәй Мырҙағәле улы Адылов маяҡ булып тора.
Унан тыш та нәҫелендә өлгө алырлыҡтар етерлек: атаһы Сибай педагогия колледжы уҡытыусыһы Дамир Сәйғәфәр улы диңгеҙ флотында 3 йыл хеҙмәт иткән. Ағайҙары кисектерелмәгән (срочный) хеҙмәт үткәндә ҡыҙыу нөктәләрҙә локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, ете ул бағып үҫтергән ҡартәсәһе егеттәрҙең һәр береһенең әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтыуҙарын дөйөм алғанда 15 йыл көткән!
—Офицер ыҫпайлығы, статус, форма, наградалар, көндәлек һәм байрам ритуалдары, музыка һәм үҙенсәлекле этикет—һәр малайҙың хыялы булһа ла, хәрби уҡыу йортона эләгеүе үҙе ҙур һынау,—ти III курс курсантының әсәһе Венера Арыҫлан ҡыҙы.—Әйтәйек, уның курсындағы 160 кеше араһында минең улымдан башҡа Башҡортостандан бер кеше лә юҡ. Академияла белем алыусы 800-ҙән ашыу курсанттар исемлегендә мосолман фамилиялылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Ильяс хәрби тормошҡа бәләкәйҙән әҙерләнә. Спорттың бөтә төрҙәрен дә үҙ итә. Сөнки Ватанды һаҡлаусылар һөнәренең үҙ ауырлыҡтары бар: тулы тормоштан баш тартыу, бер һүҙһеҙ бойһоноу, йәнеңде фиҙа ҡылыу. Уҡыуҙағы, хеҙмәттәге көсөргәнешлек, көнкүрештәге ауырлыҡтар, шәхси тормошто икенсе планға күсереү һәр кемдең көсөнөн килмәй. Ильяс иһә хәрбиҙәр тормошон баштан яҡшы аңлай.
—Курсант йәшәйеше студенттыҡынан ҡырҡа айырыла. Беҙ эске тәртип ҡағиҙәләренә ярашлы уҡыйбыҙ, казармаларҙа йәшәйбеҙ. Академия биләмәһенә ирекле рәүештә сығып йөрөй алмайбыҙ, ҡалаға увольненияға айына бер нисә тапҡыр ғына йөрөргә рөхсәт ителә. Өйгә йылына ике тапҡыр ҡайтабыҙ: йәйгеһен 30 көн һәм Яңы йылда 15 көнлөк отпуск бирелә,—ти Ильяс Ҡаһарманов.—Хәрби юғары уҡыу йорто—«бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тотоу» ул. Беренсе уҡыу йылы кисектерелмәгән (срочный) хеҙмәткә иҫәпләнә. II курс башында, мәҫәлән, мин 9 йылға контракт төҙөнөм. Төп уҡыуымды тамамлаһам, инженер һөнәренә эйә буласаҡмын. Киләсәктә хәрби көстәр сафында хеҙмәтемде дауам итергә йыйынам. Эшем ракета комплекстарын энергетика менән тәьмин итеүгә бәйле буласаҡ. Хәрби вуздар башҡа юғары уҡыу йорттарынан айырмалы рәүештә курсанттарын мотлаҡ эшкә урынлаштыра. Торлаҡҡа килгәндә, эш урынында фатир бирелә.
И.В.Сталин әйткәнсә, курсантты Тыуған илгә иң матур осорон—йәшлеген бағышлаған өсөн генә лә тәрән ихтирам итергә кәрәк. Беләм, йәшлегем ҡабатланмай, әммә мин уның казармала, яратҡан Башҡортостанымдан, ҡәҙерле атай-әсәйемдән ситтә уҙғанына бер ҙә үкенмәйем. Мәскәү электр техникалары институтында программистҡа уҡыған, минән бер йәшкә генә кесе ҡустым Шамил менән даими күрешеп, баш ҡалабыҙҙың тарихи урындарын гиҙәбеҙ, музей, галереяларға йөрөйбөҙ. 17 йәшкәсә бер ҡайғы белмәй, хәсрәт күрмәй йәшәгән атай йортонан йыраҡта булыу күп нәмәгә ҡарашты үҙгәртә. Тыуған еремдең ҡәҙерен беләм. Йәйге каникулға ҡайтҡанда күберәк тәбиғәт ҡосағында булырға тырыштым. Әсәйем бешергән ризыҡҡа тиң телеңде йоторлоҡ тәмле тәғәм донъяның бер ресторанында ла юҡлығын аңланым. Атайымдың өгөт-нәсихәте буш һүҙ түгел. Яуаплылыҡ, тәртипкә өйрәндем, ғөмүмән, үҙемдә ысын ир-егеткә хас сифаттар тәрбиәләйем. Милләтемдең бөйөклөгөнә, туған телемдең йыр кеүек матур яңғырашлы булыуына төшөндөм. Милли мәҙәниәтте, сәнғәтебеҙҙе ныҡ ихтирам итәм. Хатта ҡайтышлай Өфөгә һуғылғанда Радик Юлъяҡшиндың бер үк концертын ике тапҡыр ҡараным. Үҙаллы тормошҡа күнегәм. Стипендиям ярайһы уҡ юғары, тулыһынса дәүләт ҡарамағында булғас, атай-әсәйемә көс һалмайым. Киреһенсә, Шамил һәм әле гимназияның бишенсе класында уҡыған Арыҫлан ҡустыларымды ҡарашырға ярҙам итәм. Сер итеп кенә әйтәм: йәйге отпускыла әсәйемде йылы яҡҡа ял иттерергә алып барырға әҙерләнеп йөрөйөм.
—Академияла ҡыҙҙар уҡыймы?—тигән һорауға курсант:
—Юҡ, ҡыҙҙар бит иғтибарҙы ситкә тайпылта. Эргәлә ҡыҙҙар йөрөһә егеттәрҙә уҡыу ҡайғыһы булмаҫ ине. 2013 йылдан күп кенә хәрби вуздар уҡырға гүзәл заттарҙы ҡабул итә башланы былай, беҙҙең академияла әлегә юҡтар,—тип яуапланы. Әммә өйләнергә рөхсәт ителә. Fаилә ҡорғандар ҡуртымға фатир алып йәшәй. Көндөҙ академияла булһалар, кисе ҡатындары янына ҡайталар.
Ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр: «Беҙҙән һуң тынлыҡ»,— тип күңелгә шикшөбһә һалырға ярата. Ундай мәлдәр булмаһын. Йәшлектәрен хәрби тормошҡа сарыф итеп һөнәр алған тырыш егеттәребеҙ белемдәрен, аҡылдарын тыныс хеҙмәттә генә ҡулланһын.