Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
29 Декабрь 2017, 11:44

УҢЫШТАРЫБЫҘ ҘА, ҠЫУАНЫСТАРЫБЫҘ ҘА КҮП!

Яңы 2018 йылға аяҡ баҫыр алдынан «Атайсал» гәзите мөхәрририәтендә бик күп шатлыҡлы ваҡиғалар булды. 26 декабрҙә Лото-уйын үткәреп, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында бик шәп бүләктәр отторҙоҡ.

Яңы 2018 йылға аяҡ баҫыр алдынан «Атайсал» гәзите мөхәрририәтендә бик күп шатлыҡлы ваҡиғалар булды. 26 декабрҙә Лото-уйын үткәреп, гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында бик шәп бүләктәр отторҙоҡ.
Тотош бер йылға подписка юллаусылар араһында төп приз—диван, ярты йыллыҡ квитанциялар кү-сермәһен ебәреүселәр араһында бер тоҡ юғары сортлы он, термопот-сәйнүк һәм башҡа бик күп бүләктәр уйнатылды.
Был матур сара Сибай башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзаһы, ҡалабыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалы Д.Я.Аҡназаровтың, ҡаланың Мәҙәниәт һәм ял паркынан саҡырылған Ҡыш бабай, бағыусыбыҙ—«Таусы» мебель магазины директоры Р.Х.Хәсәновтың, «Атайсал» гәзите мөхәррире Х.Н.Тапаҡов, редакция хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың балалары, Сибай телевидениеһы хә-бәрселәре, гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында үтте.
«Атайсал» гәзите мөхәр-рире ҡунаҡтарҙы тәбрик-ләп, йыл уңыштарын барланы, киләсәккә уй-теләктәрен еткерҙе:
—Хөрмәтле, гәзит уҡыу-сылар! Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән беҙ 2018 йылға матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын яҡшы тамамланыҡ, йәғни бирелгән планды 105 процент-ҡа үтәнек. Тимәк, тиражыбыҙ һәм гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ артты! Федераль кимәлдәге ике Грантта еңеүебеҙ һәм өр-яңы машиналы булыуыбыҙ—үҙе ҙур ҡыуаныс. Экология йылында төбәгебеҙҙә генә түгел, республика буйынса бик уни-каль тип табылған «Таҙа Һаҡмар» акцияһын шаулатып, гөрләтеп үткәреүебеҙ күптәргә өлгө. «Атайсал» төбәк гәзите үҙенең тоғро дуҫтары һәм бағыусылары менән көслө. Киләсәктә лә уңышлы эшләргә яҙ-һын,—тине үҙ сығышында Хәйҙәр Ниғәмәт улы. Мө-хәррир даими бағыусыбыҙ—Сибай ҡалаһында урынлашҡан «Таусы» мебель магазины директоры Радик Хәлфетдин улы Хәсәновҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Ниһайәт, сараның төп өлөшөнә—Лото-уйынға күстек. Кескәй дуҫтарыбыҙ—Мәҙинә, Нурия, Илсур һәм Ҡыш бабай үҙҙәренең тылсымлы ҡулдары менән лототрондан квитанция- ларҙы тартып сығарып, өлөшлөләрҙең исемдәрен яңғыратты.
Шулай итеп, 2018 йылдың 1-се ярты йыллығына гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында салат һауыттары йыйылмаһы—З.Нәбиуллинаға (Төйәләҫ ҡасабаһы, Әлибаев урамы, 16-1), гардин —Р.Азаматоваға (Йылайыр районы Байғужа ауылы), сәй сервизы—Г.Рахманғоловаға (Йылайыр районы Йомағужа ауылы), автомобиль компрессоры—Хәҙисә Замановаға (Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылы), Салат һауыттары йыйылмаһы—Р.Н.Ҡәйеповаға (Сибай ҡалаһы Тө-ҙөүселәр урамы, 2-53), сәй бешерә торған сәйнүк—З.Солтанғоловаға (Сибай ҡалаһы, Коркин урамы, 2), Сәй сервизы—Мәхмүзә Асҡароваға (Баймаҡ районы Һәмән ауылы), автомобиль компрессоры—Хәбирә Сынбулатоваға (Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы), автомобиль кәрәк-ярағы—Рим Кәримовҡа (Хәйбулла районы Түбәнге Смаҡ ауы-лы), ҡайнатма өсөн һауыттар—Мөнирә Fөбәйҙул- линаға (Төйәләҫ ҡасабаһы, Яхин урамы,10-1), сәй сервизы—Эльза Уразғоловаға (Йылайыр районы Һабыр ауылы), һут һауыты—Фәрзәнә Хәсәноваға (Хәй-булла районы Йәнтеш ауылы), ваза менән бокалдар—Л.Ш.Иҫәнбаеваға (Йылайыр районы Йомағужа ауылы), сәй сервизы—З.Fүмәроваға (Сибай ҡа-лаһы, Ветерандар урамы,1-21), салат һауыттары йы-йылмаһы—Сажиҙә Мырҙаҡаеваға (Баймаҡ районы Ярат ауылы), сәй сервизы—Г.Илбуловаға (Баймаҡ районы Төркмән ауылы), төп приздың береһе—термопот-сәйнүк—З.Г.Дилмөхәмәтоваға (Төйәләҫ ҡасабаһы), икенсеһе—юғары сортлы бер тоҡ он—С.С.Көмөшбаеваға (Йыла-йыр районы Ҡашҡар ауылы) эләкте.
Тотош бер йылға яҙы-лыусылар араһында сәй сервизын Баймаҡ районы Fүмәр ауылынан Миңзәлә Үҙәнбаева, салат һауыттары йыйылмаһын Баймаҡ районы Ярат ауылынан Люциә Әхмәтова, бәләкәй сәйнүк—Баймаҡ районы Күсей ауылынан Миңлеғәле Әхмәтов, автомобиль кә-рәк-ярағын Баймаҡ ра-йоны Үрге Таулыҡайҙан Гөлзифа Сәйетова, автомобиль компрессорын Сибай ҡалаһы, Толстой урамы, 33 адресы буйынса йәшәүсе Р.Х.Мораҙымова, салат һауыттары йыйылмаһын Хәйбулла районының Уфимка ауылынан Фәриҙә Шәрипова, ваза менән бокалдарҙы Сибайҙан Айытбикә Фәйзуллина, автомобиль компрессорын Баймаҡ ра-йоны Fәҙелбай ауылынан Ишбулат Баймөхәмәтов, электр сәйнүген Йылайыр районы Һабыр ауылынан Гөлимә Солтанова, үтекте Иҫке Сибайҙан Н.Ф.Хәйбуллина, һут һауыты менән бокалдарҙы Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылынан Рәжәп Лотфуллин, бәләкәй сәй-нүкте Иҫке Сибайҙан В.С.Айытҡолова отто. Төп приз—8900 һумлыҡ ДИВАН (евро-книжка) Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев урамы, 33 адресы буйынса йә-шәүсе З.И.Fатауллинаның өлөшөнә төштө. Бүләк отоусыларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ! Редакцияға килеп бүләктәрегеҙҙе алы-уығыҙ һорала.
Һуңынан ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә «Атайсал» гәзите мөхәрририәтендә уҙғарылған Шыршы байрамында ҡатнашты. Балалар башҡарыуындағы йырҙар, шиғырҙар барыһына ла байрам кәйефе бүләк итте.