Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
22 Декабрь 2017, 11:51

ЭШ ҺӨЙГӘНДЕ—ИЛ ҺӨЙГӘН

Әғзәм Әбүталип улы сығышы менән Талҡаҫ буйында урынлашҡан йәмле Иҫән ауылынан. 3-сө класҡа тиклем ауыл мәктәбендә, артабан Баймаҡ мәктәп-интернатында уҡый. 1980 йылда 29-сы Баймаҡ ауыл хужалығы һөнәри-техник училищеһына уҡырға инә. Тракторсы, электромонтер һөнәрҙәрен үҙләштергән егет «Сибай» совхозына тракторсы булып эшкә төшә. Оҙаҡламай уны әрмегә алалар. Архангельск өлкәһендәге космос ғәскәрҙәрендә теркәү аппараттары буйынса оператор булып хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул совхоздағы эшен дауам итә. Шул уҡ йылда Иҫке Сибай ауылы һылыуы Әлфиә Әхмәтзәкир ҡыҙына өйләнә.

1986 йылда Әғзәм Әбүталип улы Ильясов Сибай ҡала электр селтәрҙәренең Иҫке Сибай участкаһына тракторсы булып урынлаша. 12 йылдан уны оператив күсмә бригадаға электромонтер итеп ҡуялар. Баймаҡ районының Иҫке Сибай һәм Моҡас ауыл хакимиәттәре биләмәләре улар ҡарамағында. Ҡаты һалҡындарҙа ла, буранда ла электромонтерҙар халыҡты электр уты менән өҙлөкһөҙ тәьмин итергә, килеп сыҡҡан етешһеҙлектәрҙе тиҙ арала хәл итергә бурыслы. Әлбиттә, эштәре еңелдән түгел. Даими рәүештә Өфөгә квалификация күтәреү буйынса уҡыу курстарына ебәрәләр, йыл һайын имтихан алалар.
Тәжрибәле белгес һәр яҡлап йәштәргә өлгө. Коллегалары уға оло ихтирам менән ҡарай, хөрмәт итә. Ильясовтар Иҫке Сибайҙа иркен йорт һалып ингән. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ буй еткереп, оло тормош юлына баҫҡан. Өлкәне Нилә үҙ ғаиләһе менән Сибайҙа йәшәй, ике ул үҫтерә. Кесеһе Миләүшә Мәскәүҙә эшләй.
Эшһөйәр Әғзәм ағай ял көндәрендә лә буш ятмай, үҙенең тракторы менән ауыл халҡына ярҙамлашырға ашҡынып тора. Йәйен ҡатыны, балалары һәм ейәндәре менән төбәгебеҙҙең хозур тәбиғәтле урындары буйлап сәйәхәт итергә ярата.
31 йыл ғүмерен энергетика өлкәһенә бағышлаған Ә.Ә.Ильясовтың тырыш хеҙмәте Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почет грамотаһы менән билдәләнгән