Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
8 Декабрь 2017, 11:12

ҠАЛАНЫҢ ТӨП ГӘЗИТЕНӘ—60 ЙЫЛ

«Сибайский рабочий» гәзите таусылар төйәгенең йылъяҙмаһы тиһәң дә хата булмаҫ. Биттәре һар-ғайып бөткән гәзиттәрҙән алып бөгөнгәсә тупланған баҫма китапсыҡтарында ҡаланың барлыҡҡа килгәндән алып ошо көнгәсә тормош һулышы сағылыш таба. Күптән түгел был баҫма үҙенең 60 йыллығын билдәләне. Байрам уңайынан Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов килде.

«Сибайский рабочий» гәзите таусылар төйәгенең йылъяҙмаһы тиһәң дә хата булмаҫ. Биттәре һар-ғайып бөткән гәзиттәрҙән алып бөгөнгәсә тупланған баҫма китапсыҡтарында ҡаланың барлыҡҡа килгәндән алып ошо көнгәсә тормош һулышы сағылыш таба. Күптән түгел был баҫма үҙенең 60 йыллығын билдәләне. Байрам уңайынан Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Николаевич Мелкоедов килде.
Ул тәүҙә, Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, ҡала хакимиәтендә шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Борис Николаевичҡа был көндө 10-ға яҡын кеше төрлө үтенестәр менән мөрәжәғәт итте. «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте хеҙмәткәре социаль селтәрҙәр гәзиттәргә реклама эшләргә ҡамасаулай тип белдерҙе. Шуға күрә лә сайт, төркөмдәр эшмә-кәрлектәрен рәсми рәүештә теркәргә тәҡдим итте. Арҡайым ҡасабаһында йәшәүселәр ваҡытлы матбуғат баҫмаларын алдыра алмағанға зарланды. Үҙ почтальон- дары ташыған «Сибайский рабочий», «Атайсал» гәзиттәрен ваҡытында алһалар, Рәсәй почтаһы, ҡасабала гәзит-журналға яҙылыу-сыларҙың аҙлығына һылтанып, был тарафтарға почта ташыуҙы мотлаҡ тип тапмай.
Сибай башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе И.Н.Бикмәтов, элекке тау инженеры Ф.З.Әхмәров ҡала-район гәзиттәренә яҙылыу хаҡының бик ҡыйбат булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Улар шулай уҡ матбуғат биттәрендә баҫылған контенттар гәзиттең ҙур майҙанын биләүен, уларҙың эстәлеге ҡыҙыҡлы булмауын белдерҙе.
—Хаҡтарға килгәндә, бөгөн гәзит-журналдарҙың күпселек өлөшө рекламанан, подписканан алынған килемдән һәм дәүләт субсидияһына йәшәп килә. Шуға күрә яҙылыу хаҡын кәметеү беҙҙең файҙаға түгел. Хаҡ кимәлен кәметһәк, подписканы арттырыу зарур. Бөгөн гәзит-журналдарға яҙҙырыу бик көсөргәнешле бара,—тине Борис Мелкоедов.—Контенттар иһә дәүләт йөкләмәләрен үтәү өсөн булдырылған махсус биттәр. Республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр республика яңылыҡтары менән даими танышһын өсөн дә тырышабыҙ. Теләйбеҙме, юҡмы беҙ халыҡ араһында һалым, коррупция, террор, ВИЧ-инфекция, СПИД, наркоманияға ҡаршы профилактик эштәр алып барырға тейешбеҙ.
Борис Мелкоедов шулай уҡ Сибай мәғлүмәт үҙәгендә лә булды. Хөкүмәт ағзаһын Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов оҙатып йөрөнө. Улар үҙәккә берләшкән «Сибайский рабочий», «Атайсал», типо-графия эшмәкәрлеге менән танышты, проблемалар, яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһынды.
Сәфәре һуңында Б.Н.Мелкоедов «Сибайский рабочий» гәзитенең 60 йыллығына арналған тантанала ҡатнашты.
—«Сибайский рабочий» гәзите республика баҫмаларының иң яҡшы гәзиттәренең береһе иҫәпләнә. Гәзит өсөн 60 йыл ул бик күп түгел. Яңы ир ҡорона ингән генә ваҡыты. Киләсәктә тираж өҫтөндә ентекле эшләргә кәрәк. Шул ваҡытта эштәрегеҙ күпкә алға китер,—тине Борис Николаевич тантананы асып .
Б.Н.Мелкоедов байрам уңа-йынан бер төркөм хеҙмәт алдын-ғыларына Почет гарамоталары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сибай мәғлүмәт үҙәге директоры, «Сибайский рабочий» гәзитенең баш мөхәррире Самат Булат улы Азаматов Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлү-мәт саралары агентлығының Почет грамотаһы менән наградланды. Агентлыҡтың Рәхмәт хаты менән гәзиттең корректоры Альбина Ишморатова бүләкләнде. «Башҡортостан Республикаһының нәшриәт йорто» идаралығының Почет грамоталарына журналистар Гөлсинә Кейекбаева, Альбина Байгилдина, Римма Юнысова, баш бухгалтер Зифа Fәлиәкбәрова, верстка операторы Олеся Ҡадырова, Сибай телевидениеһы хәбәрсеһе Ирина Оренбуркина лайыҡ булды. «Башҡортостан Республикаһының нәшриәт йорто» идаралығының Рәхмәт хаттары менән гәзиттең яуаплы сәркәтибе Нәйлә Вәлиева, верстка операторы Гүзәл Яйыҡбаева, реклама бүлегенең баш белгесе Альмира Fүмәрова бүләкләнде. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр Башҡортостан Республикаһы журналистар союзының, Сибай ҡала хакимиәтенең Почет гармоталары менән бүләкләнде.
Ҡала хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов редакцияға фотоаппарат бүләк итте.
Коллегаларын ҡотларға республиканың көньяҡ-көнсығыш журналистар берекмәһенә ингән гәзиттәр мөхәррирҙәре, матбуғат ветерандары, баҫманың дуҫтары күп килде. Уларҙың һәр ҡайһыһы «Сибайский рабочий» мөхәрририәте коллективына яңынан-яңы ижади үрҙәр, тираждары артыуын теләне.
Һүрәттә: Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов (уңда) «Сибайский рабочий» гәзите мөхәрриренә фотоаппарат тапшыра.