Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2017, 12:20

ӘСӘЙЕМ

...Мин иҫ белгәндән әсәйемдең ҡулында һәр саҡ орсоғо өйрөлөр ине. Дәртле бейеүсе ҡыҙҙай зыр әйләнеп бейеп китә ине ул. Fәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡыла торғайным орсоҡ ҡыҙҙың өйрөлөүенә…

...Мин иҫ белгәндән әсәйемдең ҡулында һәр саҡ орсоғо өйрөлөр ине. Дәртле бейеүсе ҡыҙҙай зыр әйләнеп бейеп китә ине ул. Fәйәт ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тамаша ҡыла торғайным орсоҡ ҡыҙҙың өйрөлөүенә…
Миңә йөн тетеү генә эләгә ине шул, орсоҡто әсәй күрмәгәндә генә бейеткеләп ала торғайным. Үтә бәләкәй булғанмындыр инде, күрәһең.
Йөн ойоҡ, бейәләйҙән алып кофта, шәлдәргә тиклем үҙҙәре бәйләй ине әсәйем менән апайымдар. Миңә, бәләкәйһең әле, тип энә тоторға рөхсәт итмәйҙәр ине...
Шулай ҙа әмәлен таптым. Ике энәне ҡулға төшөрөп, иҫке-моҫҡо йөндө эләктереп, карауат аҫтына ҡастым да апаруҡ оҙон шарф әтмәләп килеп сыҡтым бер саҡ. Апайымдар ах итте…
Үҫә төшкәс шәл ситен бәйләштем, йыуылған шәлде кирешә торғайным.
Әсәйемдең ҡулында һәр саҡ бәйләм энәләре була торғайны. Ҡасан йоҡларға ятып, ҡасан торғанын хәтерләмәйем. Fүмере эш өҫтөндә үтте. Әле лә: «Энәңде ҡыштырлатмаһаң булмай ул»,—ти.
Әсәйем Fәлиә Fәлимйән ҡыҙы Урманова Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәй.
Римма Аҡманова.
Сибай ҡалаһы.