АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
24 Ноябрь 2017, 12:21

МИН ЯРАТАМ ҺИНЕ, ӘСӘЙ!

Ә мин иҫләйем. Кеше бәләкәй сағын хәтерләмәй тиһәләр ҙә. Хәтерләйем. Оҙайлы тулғаҡтан интеккәндән һуң ошо ығы-зығылы, туҡтауһыҙ үҙ күсәрендә әйләнгән тормош ҡуласаһына, бөтә бысрағын, таҙаһын һыйҙырған фанилыҡҡа тәүге ауазымды һалғас, күп тә үтмәй, үҙеңдең әйтеп аңлатҡыһыҙ хуш еҫле ҡосағыңа алып, бәпләп-һөйөп, донъялағы иң тәмле ризыҡты ҡаптырыуыңды ла иҫләйем!

Ә мин иҫләйем. Кеше бәләкәй сағын хәтерләмәй тиһәләр ҙә. Хәтерләйем. Оҙайлы тулғаҡтан интеккәндән һуң ошо ығы-зығылы, туҡтауһыҙ үҙ күсәрендә әйләнгән тормош ҡуласаһына, бөтә бысрағын, таҙаһын һыйҙырған фанилыҡҡа тәүге ауазымды һалғас, күп тә үтмәй, үҙеңдең әйтеп аңлатҡыһыҙ хуш еҫле ҡосағыңа алып, бәпләп-һөйөп, донъялағы иң тәмле ризыҡты ҡаптырыуыңды ла иҫләйем!
Беҙ, әсә һәм бала, икебеҙ ҙә хәлһеҙ, арыған, әммә бер-беребеҙгә ҡарата сәсәп китерҙәй һөйөү менән һуғарылған бәхетле йәндәр инек. Эй Аллаһтың мөғжизәһе! Минең кеүек бәләкә-ә-әй генә кешене шул тиклем яратып буламы икән ни тип аптырағайным, мин был һөйөүгә лайыҡ та түгелмен кеүек ине. Баҡһаң, минән тыш тағы ла ағайым һәм апайым бар икән—әсә йөрәге бына ни хәтлем мөһабәт һөйөүҙе йөрәгендә йәшәтә ала! Fәжәп! Мөғжизә. (Быға мин үҙем ике бала әсәһе булғас, тағы бер ҡат инандым). Бала сағымдың һәр көнөн һутлы емештәй татлы яһап, мине иркәле, арҡалы бала иткән әсәйем булғанға, иртәләрем әсәйле, тимәк, бәхетле булғанға Аллаһыма рәхмәтлемен.
Ошоға тиклем һинең турала күңелемдә әллә күпме әйтер һүҙҙәрем әйтелә алмай эркелешеп торалар кеүек ине, әсәй. Бер көнө кинәт кенә тотоп алып күҙҙәреңә ҡарарға ла, күңел түрендә, йөрәк төпкөлөндә йыйылып ятҡан ошо хистәрҙе булмышыңа һеңдергәнсе, һине мәңге ҡартайтмаҫлыҡ кисерештәр бирерлек итеп һөйләп аңлатырмын, күҙ йәштәрем аша рәхмәттәремде еткерермен кеүек.
Беҙ, кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп ваҡыт яҡындарыбыҙға яратыу, рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп бөтөрмәйбеҙ шул. Ҡасандыр бер ҡасан әйтермен әле тип кисектерә килә, бәғзе әҙәмдәр һуңлап та ҡуя...
Эй, әсәй. Һинең фиғелеңдә булған һәр һыҙатты ихтирам итәм, яратам мин. Бигерәк тә, сабырлығыңа иҫем китә. Юҡ, бала саҡта әллә ни абайламағанмын икән. Үҙем тормошҡа сығып, балалар инәһе булғас, һинең сабырлыҡ тигән сифатыңдың ни тиклем юғары, тәрән икәнен төшөндөм. Һәр нәмә лә сағыштырыу менән байҡала шул. Тормош арбаһы һине тигеҙ юлдан ғына йөрөтмәне... Ә һин ниндәй генә соҡор-саҡырлы юл булмаһын, кәүҙәңде гел тура тоттоң—кеше булып ҡалдың, әсә һәм ҡатын тигән ихтирамлы исемеңә һис кенә лә тап төшөрмәнең. Шуның өсөн рәхмәт. Ә ҡатын-ҡыҙ өсөн уның һөйөклө әсә һәм яҡшы ҡатын булыуынан да мөһимерәк нәмә бармы икән?! Ләкин ундай булыу өсөн күпме сабырлыҡ, күңел йылылығы, холоҡ күркәмлеге кәрәк!
Әсәйем бер ваҡытта ла кешегә тауыш күтәрмәй, ипле генә йылмайып, кәрәкле генә һүҙҙәр һөйләй. Беҙҙе ул үҙенең тыныс холҡо, ипле булмышы менән тәрбиәләне. Хатта яндырай холоҡло кинйәтәү ҡыҙы—миңә, ҡатыраҡ өндәшеп, «аҡылға ултыртып» алырлыҡ саҡтарҙа ла сабырлығына барып, йомшаҡ ҡына итеп күңелемә үтеп инерҙәй һүҙҙәр табып күндерә ала, мине дыуамаллыҡ, йә хата эшләүҙән ҡурсалап ҡала. Үҙемде белә-белгәндән ул салбарҙа йөрөмәне, һәр саҡ оҙон итәктә һәм башында сөйөп бәйләнгән яулыҡ. Бар булмышы менән башҡорт мосолман ҡатыны инде.
Әсәкәйем! Мин гел һинең кеүек өлгөлө әсә булырға тырышам, ә балаларымдың холоҡ-фиғеле һинекенә оҡшауын теләм доға ҡылам. Һиңә булған рәхмәт хистәремде телем менән, ҡәләм менән әйтеп бөтөрә алмаһам, ҡәлебем аша беҙҙең барлыҡ уй-кисерештәребеҙҙе үтәнән-үтә күреп-белеп тороусы Раббыбыҙ Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәләгә еткерәм. Ә Уға ҡылған доғалар, теләктәр, кемдер өсөн кисергән рәхмәт тойғолары бер ҡайҙала юғалмай!
Айгизә Асҡарова.
Хәйбулла районы.