Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
17 Ноябрь 2017, 10:48

ИР-ЕГЕТТӘР ҠАЙТЫР ХЕҘМӘТ ИТКӘС

Йыл һайын меңәр-ләгән йәш егет дәүләтебеҙҙең Хәрби көстәре сафына баҫып, Ватаны алдындағы изге бурысын үтәй, уның обороналау һәләтен һәм хәрби ҡеүәтен арттыра.

Йыл һайын меңәр-ләгән йәш егет дәүләтебеҙҙең Хәрби көстәре сафына баҫып, Ватаны алдындағы изге бурысын үтәй, уның обороналау һәләтен һәм хәрби ҡеүәтен арттыра.
1992 йылдан билдәләнгән Бөтә Рәсәй хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө хәрби хеҙмәттең бәҫен күтәреү һәм йәштәрҙең патриотик тәрбиәһен яҡшыртыу өсөн индерелә. Был көн 18 йәштән алып 27 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә гражданлыҡ бурыстарын иҫкәртһә, һалдат мәктәбен үтеп ҡайтҡандарҙа ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө йыл да көҙгө саҡырылыштың ҡыҙған мәленә тап килә. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла ра-йоны буйынса хәрби комиссариатта ла тынғыһыҙ мәл. 7, 10 ноябрҙә бер төркөм егеттәр һалдатҡа оҙатылһа, 14 ноябрҙә тағы 14 буласаҡ һалдат Өфө-нөң саҡырылыш пунктына юлланды.
19 йәшлек Тимур Ильясов (һүрәттә һулда) Хәйбулла районы үҙәгендә тыуып үҫкән. Аҡъяр тау колледжында уҡып йөрөй. Һөнәр алыр алдынан хәрби бурысын үтәүҙе мөһим һанап, юлға әҙерләнгән. Уның иптәше Рәзиф Хәсәнов Степной ауылынан. Рәзиф Сибай күп профилле профессиональ колледжын тамамлаған.
—Һәр ир-егет һалдат мәктәбен үтергә тейеш тип иҫәпләйем. Хәҙерге заманда хәрби билетһыҙ эшкә урынлашып та булмай. Киләсәкте ҡайғырт-ҡанға Тыуған илде һаҡлар-ға барабыҙ,—ти егеттәр.
Сибай егете Эдуард Әғзәмовҡа яңы ғына 18 йәш тулған. Ул күп профилле профессиональ кол-леджда уҡыуын кисектереп тороп, һалдат булырға йыйына. Ә Аҡмал Әкбәров иһә үҙен ысын ир-егет-тәрсә тота. Баҡтиһәң, ул Урал дәүләт иҡтисад университетының юридик факультетын тамамларға өлгөргән.
—Атайым да, ағайҙарым да хәрби хеҙмәтте үткән. Мин дә уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышам һәм намыҫым ҡушыуынса эш итәм. Уҡыу бөткәс тә Ватаным алдындағы бу-рысты үтәргә барам тинем һәм бына шул көн етте,—тип йылмайҙы егет.
Ысын ир-егеттәр байрамында илгә терәк булыр-ҙай йәштәр әрме сафын тулыландырыуы күңелгә тыныслыҡ бирҙе. Улар ил сиген ныҡлы һаҡлаһа, беҙҙең йоҡолар—тыныс, тормошобоҙ имен булыр