Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
27 Октябрь 2017, 11:27

БЕҘ—АУЫЛДЫҢ ШӘП ЕГЕТТӘРЕ...

Сәфәрғәле Моратовҡа «техника ене» бик иртә ҡағылған. Баймаҡ районының Татлыбай ауылы мәктәбендә уҡып йөрөгән 14-15 йәшлек үҫмер совхоз бүлексәһендә тракторсы, комбайнсы ярҙамсыһы булып сәсеү-урыу эштәрендә йөрөй. Уңыш йыйыуҙа күрһәткән ҡаҙаныштары өсөн Баймаҡ районы хакимиәте уны Ленинград ҡалаһына 10 көнлөк туристик юллама менән бүләкләй. 10-сы кластан һуң тырыш егетте хәрби комиссариат автомәктәпкә йүнәлтә. Водитель таныҡлығы алған Сәфәрғәле Моратов әрмелә махсус машиналар менән идара итә. Ватан алдындағы бурысын үтәп, тыуған ауылына ҡайтҡас, ул тура совхозға эшкә бара.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тигәндәй, тракторында ла, автобусында ла йөрөй ул. 1995-1996 йылдарҙа «Атайсал» гәзите редакцияһында водитель була. Артабан Иҫке Сибай ауылы дауаханаһында «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә, ауыл хакимиәтендә һөнәрен камиллаштыра. Һуңынан Сәфәрғәле Рамаҙан улы 10 йылға яҡын Сибай АТП-һында ҡала маршрутындағы автобуста эшләй. 2007 йылда тәжрибәле водитель һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә эшкә күсә. Социаль страховкалау фонды етәксеһен, ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибын йөрөтә. 2010 йылда «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә урынлаша һәм бөгөнгәсә үҙ бурысын намыҫ менән үтәүен дауам итә.
—Беҙ бит ауыл егеттәре, бер эштән дә ҡурҡып тормайбыҙ. «Тиҙ ярҙам» водителе тыныс холоҡло, сабыр, түҙемле, шул уҡ ваҡытта хәстәрлекле һәм ярҙамсыл булырға тейеш. Һәр нәмәгә әҙер торорға кәрәк. Бигерәк тә төнгө сменалар тынғыһыҙ үтә. Кеше ғүмерен ҡотҡарыуға һанаулы ғына минуттар ҡалғанда бөтә оҫталығыңды һалаһың инде. Беҙҙең бурыс—иң ҡыҫҡа маршрутты һайлап, 3-5 минутта ауырыу эргәһенә барып етеү. Ә фельдшерҙар иһә тәү ярҙам күрһәтә. Форсаттан файҙаланып, ҡала дауаханаһының автогараж мөдире Дамир Үрнәк улы Яхинды, механик вазифаһын башҡарыусы Илгиз Fүмәровты, бергә эшләгән водителдәрҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем,—ти Сәфәрғәле Рамаҙан улы.
30 йылдан ашыу юл ҡағиҙәләрен боҙмайынса, маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәтеүсе тәжрибәле водитель Сәфәрғәле Моратовты коллегалары ихтирам итә, йәштәргә өлгө итеп ҡуя.