Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
13 Октябрь 2017, 13:36

ЮЛСЫ ЭШҺЕҘ БУЛМАҪ

Вәкил Сөләймән улы Алламоратов 1996 йылдан алып юл хужалығы тармағында тырышып эшләй. Ҡаланың 8-се мәктәбен тамамлап, Сибай тау байыҡтырыу техникумында һөнәр алған егет хеҙмәт юлын юл эштәре мастеры булараҡ башлаған һәм бөгөнгәсә яратҡан эшенә тоғролоҡ һаҡлай.

Вәкил Сөләймән улы Алламоратов 1996 йылдан алып юл хужалығы тармағында тырышып эшләй. Ҡаланың 8-се мәктәбен тамамлап, Сибай тау байыҡтырыу техникумында һөнәр алған егет хеҙмәт юлын юл эштәре мастеры булараҡ башлаған һәм бөгөнгәсә яратҡан эшенә тоғролоҡ һаҡлай.
Йылдан-йыл автомобилдә йөрөүселәр һаны арта. Билдәле, техника күп ерҙә юлдар тиҙ эшлектән сығыусан. Тимәк, юлсыларҙың эше күп. Улар ҡара яҙҙан алып ергә ҡар ятҡансы юлдарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә.
«Сибай юл төҙөлөшө» йәмғиәте мастеры Вәкил Алламоратов юлдағы соҡорҙарҙы ямау буйынса ойошторолған бригада менән етәкселек итә. Әлеге мәлдә улар ҡаланың Чайковский урамының 26-сы йорто эргәһенән үткән автомобиль юлын ремонтлау менән мәшғүл. Тракторсыларҙың береһе—Б улат Рыҫкилдин махсус ҡорамал таҡҡан тракторында соҡорланып бөткән асфальт япмаһын ҡырҡһа, икенсеһе—Радик Ишҡолов—юлдың ремонтлана торған өлөшөн таҙарта, сүп-сарын йөк автомобиленә тейәй. Ә юл эшселәре Андрей Панов менән Илшат Алғошаев соҡорҙарҙы ямау, йәғни асфальтлау эшен башҡара. Әле юл эштәрен тамамлауға һынаулы ғына көндәр ҡалған. Ҡышҡыһын юлсылар техниканы рәтләү, көйләү менән шөғөлләнәсәк.
Үҙенең тынғыһыҙ хеҙмәте менән коллегаларына өлгө күрһәтеүсе мастер В.С.Алламоратов «Сибай юл төҙөлөшө» йәмғиәтенең һәм Сибай ҡалаһы хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнгән. Улар ҡатыны Резеда Морат ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙҙары Ләйсән Өфө нефть-техник университетында уҡый, улдары Арсен—10-сы класс уҡыусыһы.
—Юлсы—ул ысын ир-егеттәр һөнәре. Йылдан-йыл юлдарҙа техника күбәйгәндән-күбәйә, юл япмалары таушала, «ҡартая». Шуға күрә был һөнәрҙе һайлаған кеше бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡ,—ти тәжрибәле юлсы.