АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Октябрь 2017, 13:11

ЯРАТАБЫҘ ҺИНЕ, ГӨЛНАРА!

Һәр бер ғаиләлә кинйә балаға иғтибар көслө. Уны ата-әсә генә түгел, ағай-апайҙар ҙа иркәләтеп, һөйөп кенә йөрөтә. Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып, 5 ҡыҙ, 1 малай араһында үҫкән Гөлнарабыҙҙы ла беҙ шулай яратабыҙ.

Һәр бер ғаиләлә кинйә балаға иғтибар көслө. Уны ата-әсә генә түгел, ағай-апайҙар ҙа иркәләтеп, һөйөп кенә йөрөтә. Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында тыуып, 5 ҡыҙ, 1 малай араһында үҫкән Гөлнарабыҙҙы ла беҙ шулай яратабыҙ.
Төпсөк бала булһа ла, артыҡ һөйөүҙән шашып үҫкән бала түгел ул. Бәләкәйҙән бик егәрле, тырыш, аҡыллы, һәләтле булды. Йыр-бейеүгә маһир, әҙәбиәткә, шиғриәткә ғашиҡ һеңлебеҙ мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙен бик булдыҡлы уҡыусы итеп күрһәтеүгә өлгәште. Гел «5»-легә генә уҡыны, белем усағында уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Гөлнарабыҙ 10-сы класта саҡта һөйөклө әсәйебеҙ мәрхүмә булды. Шундай ауыр мәлдә лә ул бөгөлмәне, һынманы. Атайыбыҙға—терәк, тыуған йортобоҙҙоң йәме булып йәшәне, яҡшы уҡыуын дауам итте. Әбеш ауылы мәктәбен тамамлағас, үҙ көсө менән Сибай педагогия институтына инде һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерҙе. Ул һәм уның һабаҡташтары юғары уҡыу йортоноң тәүге ҡарлуғастары. Студент йылдарында бейеү ансамбленә йөрөнө, концерттар менән ауылға киләләр ине.
Ҡулына диплом алғас, Гөлнарабыҙ Ҙур Арыҫланғол ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә ҡайтты. Күптән инде бында эшләмәһә лә, уны һаман һағынып, юҡһынып иҫтәренә төшөрәләр.
Гөлнара Дәүләтша ҡыҙы Ибраһимова әлеге көндә Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Тырыш белгесте коллегалары ихтирам итә. Белем усағы етәкселеге, ҡала мәғариф бүлеге уны әленән-әле Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләп тора. 2013 йылда ҡалала башланғыс кластар уҡытыусылары араһында үткәрелгән ярышта 2-се урын да яуланы.
Гөлнарабыҙ йәштән һөйгән йәренә, һабаҡташына, күрше ауыл егете Рәшит Fилман улына кейәүгә сыҡты. Улар икеһе лә уңған, бөтмөр. Татыу ғаилә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙе. Айзилә Сибай медицина колледжын тамамлап, үҙ һөнәре буйынса эшләп йөрөһә, Әлиә — БДУ студенты.
Һеңлебеҙҙән дә, кейәүебеҙҙән дә уңдыҡ. Улар ике ҡатлы йорт һалып инде, баҡса үҫтерәләр, ҡул эшенә оҫталар. Гөлнарабыҙҙы һөнәри байрамы менән ҡотлап, киләсәктә лә шулай кешелекле, кеселекле, алсаҡ, ихлас булып ҡалыуын теләйбеҙ. Хоҙай һине һаулыҡтан, бәхеттән айырмаһын!
Зөһрә Атанова.
Хәйбулла районы Fәлиәхмәт ауылы.