АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
6 Октябрь 2017, 12:30

ЧЕМПИОНДАР ӘҘЕРЛӘЙ

Баймаҡ районының Төркмән урта мәктәбендә ең һыҙғанып эшләүсе Азат Әхмәтов районда иң көслө физкультура уҡытыусыһы һанала.Ул бала саҡтан спортҡа ылыҡтырыусы остаздары Р.А.Ризуановҡа һәм Р.Р.Ниғмәтуллинға оло рәхмәтле. Ваҡытында Азат еңел атлетика, шашка буйынса Урал аръяғында үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай, волейбол, баскетбол уйындары менән етди шөғөлләнә. Хәҙер уның уҡыусылары араһында мини-футбол һәм шашка буйынса район, республика күләмендә генә түгел, ә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа призлы урын яулаусылар бар. Мәҫәлән, 8-се класс ҡыҙҙары мини-футболда алдынғылыҡты бирмәй.

Баймаҡ районының Төркмән урта мәктәбендә ең һыҙғанып эшләүсе Азат Әхмәтов районда иң көслө физкультура уҡытыусыһы һанала.
Ул бала саҡтан спортҡа ылыҡтырыусы остаздары Р.А.Ризуановҡа һәм Р.Р.Ниғмәтуллинға оло рәхмәтле. Ваҡытында Азат еңел атлетика, шашка буйынса Урал аръяғында үткән ярыштарҙа призлы урындар яулай, волейбол, баскетбол уйындары менән етди шөғөлләнә. Хәҙер уның уҡыусылары араһында мини-футбол һәм шашка буйынса район, республика күләмендә генә түгел, ә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа призлы урын яулаусылар бар. Мәҫәлән, 8-се класс ҡыҙҙары мини-футболда алдынғылыҡты бирмәй.
Азат Әкрәм улының 4-се класта белем алыусы улы Азамат та районда оҫта шашкасы булып танылған. 1-се класта уҡығанында уҡ ул Башҡортостан чемпионы исемен ала. Кострома, Силәбе ҡалаларында уҙғарылған турнирҙарҙа ла призлы урын яулауға өлгәшә. Азат Әхмәтовтың тағы бер уҡыусыһы Илнар Ҡолмөхәмәтов 2016 йылда шашка буйынса көмөш һәм бронза миҙалдарға лайыҡ була.
17 йыл ғүмерен спорт һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалауға бағышлаған уҡытыусының тырыш, намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланған. Шашка буйынса Рәсәй Чемпионатының вице-президенты А.С.Шонин уны Почет грамотаһы менән бүләкләгән. Азат Әхмәт улына шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.З.Хәмитовтың Рәхмәт хаты тапшырылған. Биш тапҡыр Донъя чемпионы Т.Танһыҡҡужинанан бүләккә ҡул сәғәте алыу ҙа күптәргә тәтемәй.
Ноябрь айында Азат Әхмәтов йәш шашкасыларҙы Силәбе ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Чемпионатына алып барырға әҙерләнә. Уларға уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
Коллегалары Азат Әкрәм улын үҙ эшенең белгесе булараҡ ихтирам итһә, ауылдаштары уны өлгөлө, уңған ғаилә башлығы тип белә. Уның ҡатыны ла уҡытыусы. Марина Риф ҡыҙы ошо уҡ белем усағында балаларға математика серҙәрен төшөндөрә. Әхмәтовтарҙың татыу ғаиләһендә ике бала үҫә. Азамат менән Айгүзәл уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмай.
һүрәттә: А.Ә.Әхмәтов улы Азамат (һулда) һәм уҡыусыһы Илнар Ҡолмөхәмәтов менән сикһеҙ ғорурлана.
Читайте нас: