Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Сентябрь 2017, 17:43

КҮҢЕЛДӘРЕ—БАЙ, УҢЫШТАРЫ МУЛ

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған «Ветерандар баҡсаһы» исемле сара үтте. Быйыл беренсе тапҡыр ойошторолған Сөмбөлә—көҙгө муллыҡ байрамында өлкән быуын вәкилдәре үҙ баҡсаларында үҫтергән уңышты сағылдырырға тырышҡан. Ҡабаҡтан яһалған ҡул эштәре, төрлө ҡайнатмалар, салаттар, миләш, балан, алманан теҙелгән муйынсаҡтар сараның биҙәге булды.Ауыл китапханаһы мөдире Гөлнур Моталова өҫтәлгә йәшелсә-емештән тыш, баҡсаға ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр ҙә әҙерләгән. Баҡса үҫтерешергә уға ире Нурислам Ниғәмәт улы ныҡ ярҙам итә. Fәлимйән һәм Зәлифә Таһировтарҙың быйыл ҡабаҡтары уңған. Fәлимйән ағай йорто янында барлыҡҡа килгән сәскәләр аллеяһын да йәй буйы ҡараған. Ҡырау төшһә лә петуниялары әле лә шау сәскә булып ултыра.

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған «Ветерандар баҡсаһы» исемле сара үтте. Быйыл беренсе тапҡыр ойошторолған Сөмбөлә—көҙгө муллыҡ байрамында өлкән быуын вәкилдәре үҙ баҡсаларында үҫтергән уңышты сағылдырырға тырышҡан. Ҡабаҡтан яһалған ҡул эштәре, төрлө ҡайнатмалар, салаттар, миләш, балан, алманан теҙелгән муйынсаҡтар сараның биҙәге булды.
Ауыл китапханаһы мөдире Гөлнур Моталова өҫтәлгә йәшелсә-емештән тыш, баҡсаға ҡағылышлы файҙалы кәңәштәр ҙә әҙерләгән. Баҡса үҫтерешергә уға ире Нурислам Ниғәмәт улы ныҡ ярҙам итә. Fәлимйән һәм Зәлифә Таһировтарҙың быйыл ҡабаҡтары уңған. Fәлимйән ағай йорто янында барлыҡҡа килгән сәскәләр аллеяһын да йәй буйы ҡараған. Ҡырау төшһә лә петуниялары әле лә шау сәскә булып ултыра.
Мәғариф ветераны Миңһылыу Ниғәмәт ҡыҙы Арыҫланова ла (һүрәттә) һәүәҫкәр баҡсасы. Ире Радик ауыл мәсете имамы, бынан ике йыл элек улар икәүләшеп хаж ғәмәлен дә үтәгәндәр. Арыҫлановтар 4 бала үҫтереп, барыһын да уҡытып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтырған.
—Ҡабаҡҡа әфлисун, лимон ҡушып ҡайнатма эшләйем, унан бутҡа, йәшелсә рагуһы, хатта манты бешерәм,—ти Миңһылыу Ниғәмәт ҡыҙы.—Баҡсабыҙҙа ҡарбуз, ҡауын да үҫә. «Юлдаш» радиоһында кем күпме уңыш алды тигән һорауҙы ишетеп ҡалдым да, башлы һуғанды үлсәгәйнем теүәл 20 килограмм булды. Сәскәндә уның орлоғо ярты литрлы банкыла ғына ине. Ҡыяр, помидорҙы әйтеп тораһы ла түгел, ҡышҡылыҡҡа ярайһы уҡ запас тупланыҡ.
Ауыл уңғандары сәй табыны артында байрам концерты та ҡарап кинәнде. Бына шулай күңелле йәшәй Йәнтештең ололары!