АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Сентябрь 2017, 17:59

«АШҠЫНЫП КИЛЕР ЭШЕМ БАР»

«Миләш» балалар баҡсаһы бәләкәстәрҙең генә түгел, минең дә көн дә ашҡынып килеп ингән йортом. Бында киң күңелле, алсаҡ, ихлас коллегаларым эшләй, эскерһеҙ, көләс йөҙлө балалар йөрөй. Был тәрбиә усағынан нур, ниндәйҙер йылылыҡ, яҡтылыҡ бөркөлә. Ни өсөн шулаймы? Сөнки бында үҙ эшен яратҡан, үҙ иңенә һалынған бурысты бар көсөн, дәртен, һәләтен биреп башҡарған, коллективтың лайыҡлы ағзаһы булырға ынтылып торған кешеләр тупланған. Улар хаҡында яҙмау мөмкин дә түгел шул!

«Миләш» балалар баҡсаһында эшләүемә яңыраҡ 4 йыл тулды. Ошо осорҙа коллектив минең ысынлап икенсе ғаиләмә әүерелде. Бында барлығы 12 төркөм булдырылған. 18 тәрбиәсе һәм алмаш тәрбиәсе эшләй. Кескәйҙәрҙең һәләтен, фекерләүен үҫтереү менән бер рәттән, уларҙы һәр әсә баҡҡан һымаҡ ҡарарға ла кәрәк. Йәғни өҫтөн алмаштырырға, ашатырға, таҙалыҡ һәм тәртип булдырырға... Был бурыс кесе тәрбиәселәр иңенә һалынған. Улар бәләкәстәрҙе ишек төбөндә ҡаршы алып, ата-әсәләре менән әңгәмәләшеп ҡала. Тәү ҡарашҡа күҙгә лә салынмаған эште урын-еренә еткереп, уны оло оҫталыҡ һәм сабырлыҡ менән атҡарған коллегаларым Зарима Фәррәх ҡыҙы Fибәҙәтованы, Айгөл Рәүф ҡыҙы Барлыбаеваны, Әлиә Ҡаһарман ҡыҙы Урмантаеваны исемләп әйтмәй мөмкин түгел. Ата-әсәләр уларға ҙур рәхмәтле. Тәрбиәселәр педагогик советтарҙа, башҡа төрлө кәңәшмәләрҙә булғанда, кесе тәрбиәселәр тулыһынса беҙҙе алмаштыра. Тәжрибә туплап өлгөргән коллегаларым яңы эшкә килеүселәргә остаз булып тора, йәштәрҙе өйрәтә.
Шундай ихлас, бәләкәстәрҙе яратҡан, һәр эште түҙемлек менән йылмайып башҡарырға күнеккән коллегаларым арҡаһында кескәйҙәр балалар баҡсаһына тиҙ өйрәнеп китә. Бында, әлбиттә, етәксенең дә өлөшө ҙур, сөнки тап ул үҙ эшенә мөкиббән булған, уны яратҡан кешеләрҙе бер коллективҡа туплай алған. Һәләтле коллегаларым бәләкәйҙәрҙе ҙур тормошҡа әҙерләп, уларҙы ҡыйыу булырға, һәр төрлө конкурстарҙа сығыш яһарға, ҡатнашырға өйрәтеп, уңыштар яулап «Миләш» балалар баҡсаһының данын арттыра. Шундай хеҙмәткәрҙәр эшләгән ергә нисек талпынып килмәйһең инде?!
Л.Ә.Мырҙағәлина-Иҫәнбаева,
«Миләш» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.
Һүрәттә: Айгөл Барлыбаева, Әлиә Урмантаева, Зарима Fибәҙәтова.