Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
19 Сентябрь 2017, 11:38

ГАЗПРОМ: ХЫЯЛДАР ТОРМОШҠА АША...

«Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте магистраль газ үткәргестәр линияһы производство идаралығының Сибай филиалы эшселәре өсөн сентябрь айырыуса иҫтәлекле. Быйылғы көҙ башында улар һөнәри байрамдары—Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡушып, филиалдары барлыҡҡа килеүгә 20 йыллыҡтарын да тантаналы билдәләне. Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында үткән сараға предприятие хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.Тантанаға килеүселәрҙе йәмғиәт етәкселеге исеменән генераль директорҙың урынбаҫары, баш инженер Рөстәм Усманов тәбрикләне. —Сибай идаралығы газды транспортлап ҡулланыусыларҙы тотороҡло яғыулыҡ менән тәьмин итә. Йәмғиәттең иң йәш подразделениеһы иңендә майҙаны, газ үткәргестәрҙең оҙонлоғо буйынса ла иң ҙур хеҙмәтләндереү биләмәһе ята. Атап әйткәндә, улар Урал аръяғының 4 ҡалаһын—Сибай, Баймаҡ, Белорет һәм Учалы ҡалаларын, шулай уҡ 9 районды—Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Әбйәлил һәм Ишембай райондарын хеҙмәтләндерә. Хеҙмәткәрҙәрҙе объекттарҙың төрлө урындарҙа һәм бер-береһенән алыҫ урынлашыуы, газ магисталдәре тау-таш, йылға, күлдәр һәм башҡа ҡаршылыҡтар аша үтеүе, йәйге эҫе, ҡышҡы селлә—бер нәмә лә ҡурҡытмай,—тине генераль директор урынбаҫары.

«Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте магистраль газ үткәргестәр линияһы производство идаралығының Сибай филиалы эшселәре өсөн сентябрь айырыуса иҫтәлекле. Быйылғы көҙ башында улар һөнәри байрамдары—Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә ҡушып, филиалдары барлыҡҡа килеүгә 20 йыллыҡтарын да тантаналы билдәләне. Сибай ҡалаһының А.Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында үткән сараға предприятие хеҙмәткәрҙәре, тармаҡ ветерандары, шулай уҡ мәртәбәле ҡунаҡтар йыйылды.
Тантанаға килеүселәрҙе йәмғиәт етәкселеге исеменән генераль директорҙың урынбаҫары, баш инженер Рөстәм Усманов тәбрикләне.
—Сибай идаралығы газды транспортлап ҡулланыусыларҙы тотороҡло яғыулыҡ менән тәьмин итә. Йәмғиәттең иң йәш подразделениеһы иңендә майҙаны, газ үткәргестәрҙең оҙонлоғо буйынса ла иң ҙур хеҙмәтләндереү биләмәһе ята. Атап әйткәндә, улар Урал аръяғының 4 ҡалаһын—Сибай, Баймаҡ, Белорет һәм Учалы ҡалаларын, шулай уҡ 9 районды—Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Учалы, Ейәнсура, Әбйәлил һәм Ишембай райондарын хеҙмәтләндерә. Хеҙмәткәрҙәрҙе объекттарҙың төрлө урындарҙа һәм бер-береһенән алыҫ урынлашыуы, газ магисталдәре тау-таш, йылға, күлдәр һәм башҡа ҡаршылыҡтар аша үтеүе, йәйге эҫе, ҡышҡы селлә—бер нәмә лә ҡурҡытмай,—тине генераль директор урынбаҫары.
Ул шулай уҡ филиалды үҫтереүгә күп көс һалған предприятиеның элекке директоры Николай Куликовтың ҙур тырышлығын билдәләп үтте. Тап уның етәкселеге осоронда филиал ныҡлы аяҡҡа баҫҡан, ысын команда барлыҡҡа килгән, производство һәм социаль өлкәгә ҡағылышлы бик күп мәсьәләләр хәл ителгән.
Рөстәм Усманов сығыш яһап бөткәндән һуң, Үрге Әүжән авария-ремонт пункты начальнигы Анатолий Гордеевҡа Рәсәй Федерацияһы энергетика министрлығының Почет грамотаһын тапшырҙы. Уның ҡулынан шулай уҡ «Газпром» ПАО-һының Почет грамотаһын йәмғиәттең автотранспорт цехында оҙаҡ йылдар водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран Петр Титов алды. Авария-ремонт пункты токаре Михаил Калугинға «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең хеҙмәт ветераны» исеме бирелде. Автотранспорт цехы водителе Юрий Ермеев һәм линияларҙы эксплуатациялау хеҙмәте начальнигы Радик Солтанов йәмғиәттең Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Артабан ҡотлау һүҙен филиал начальнигы Александр Егоров алды. Сығышында ул аныҡ һандарға һәм айырым исемдәргә туҡталмайынса, предприятиеның түңәрәк датаһы уңайынан администартив-көнкүреш корпустары алдында 20 һанын һынландырып төшкән фотоға иғтибар итергә ҡушты.
—Ошо фотола теҙелеп тороусыларҙың көндәлек намыҫлы хеҙмәте ҡиммәт. 20 йыл эсендә татыу, эшкә һәләтле коллектив туплап, етәкселек ҡуйған бурыстарҙы үтәү, матди база һәм заманса хеҙмәт шарттары булдырыу, шулай уҡ филиал хеҙмәтләндергән республикабыҙ биләмәһенең өстән бер өлөшөн тәшкил иткән майҙанды тулыһынса үҙләштереү үҙе батырлыҡҡа тиң,—тине Александр Егоров, коллективын байрам менән ҡотлап.
Филиал командаһы ике тиҫтә йыл эсендә бик күп эштәр башҡарған. Башҡортостанды тулыһынса газификациялау программаһын уңышлы тамамлап, 1999 йылда Рәсәйҙең газ менән тәьмин итеү Берҙәм системаһына төбәктең һуңғы районын тоташтырғандар. Хәҙерге көндә Урал аръяғында газ бүлеү станциялары урынлаштырып бөтөп, яңы эшләй башлаған осорҙа Стәрлетамаҡ линия производствоһынан ҡабул итеп алған газ үткәргестәрҙе яңыртыу өҫтөндә эшләүҙәрен дауам итәләр.
Филиал составында «Баштрансгаз» йәмғиәтенең иң тәүге предприятиеларының береһе Үрге Әүжән авария-ремонтлау пункты ла уңышлы эшләп килә.
Сибай филиалы тәүге көндәрҙән үк оло потенциал күрһәтеп, йәмғиәттең сәнәғәт һәм йәмәғәт тормошонда алдынғы урындар биләй. Һуңғы йылдарҙа газ үткәргестәрҙе яңынан изоляциялау һәм ремонтлау буйынса ҙур эштәр атҡарылған. Газ бүлеү станцияларында ҡорамалдар яңыртылған, производство тулыһынса автоматлаштырылған. 2016 йылда Сибай филиалы рационализатор эшмәкәрлеге буйынса беренсе урын яулаған. Инженер Азат Баймырҙин йәмғиәттең йәш ғалимдар һәм белгестәрҙең производство-техник кәңәшмәһендә еңеүгә өлгәшкән. Рационализаторлыҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән Илдар Йәһүҙин бөгөнгө көндә хеҙмәттәрҙең береһен етәкләй.
Предприятие хеҙмәткәрҙәре спортта ла һынатмай. Хоккей командаһы ике йыл рәттән «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәте корпоратив хоккей лигаһында беренсе урында килә.
Филиал биналары заманса йыһазландырылған, эшләү, ял итеү өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Бынан 20 йыл элек һаҙлыҡ булған ерҙә үҙ эсенә ашхананы, матди келәтте алған заманса административ-көнкүреш корпусы ҡалҡып сыҡты. Бында шулай уҡ яғыулыҡ-майлау ҡойоу пункты, ремонт-механика оҫтаханалары ла уңышлы эшләп тора. Киләсәктә йәмғиәт газ тултырыусы блоклы-модулле станция төҙөргә иҫәп тота. Сибайҙа предприятие төҙөгән спорт залы 10 йылдан ашыу халыҡҡа хеҙмәт итә. Шулай уҡ ҡалабыҙ күрке булып ҡалҡып сыҡҡан күп ҡатлы торлаҡ йорт республика конкурсында иң яҡшы йорт булараҡ билдәләнгән.
Идаралыҡ етәксеһе газ бүлеү станциялары операторҙары Зәкир Ихсановҡа һәм Урал Такаловҡа, хеҙмәт һаҡлау, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса баш инженерҙың урынбаҫары Самат Юнысовҡа, идаралыҡтың Сибай линия-техник участкаһының электр элемтәһе инженеры Николай Ивановҡа йәмғиәттең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантаналы йыйылышта ҡатнашыусылар алдында «Газпром трансгаз Өфө» профсозының беренсел ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Валерий Карпенко ла сығыш яһаны. Ул филиалдың спорт буйынса өлкән инструкторы Татьяна Хөсәйеноваға йәмғиәттең Рәхмәт хатын алып килгән. Татьяна ул көндө Сочи ҡалаһында барған йәйге спартакиадала ҡатнашҡанлыҡтан бүләкте «Арҡайым газ»ы спорт һауыҡтырыу комплексы вәкиле алды.
Сарала шулай уҡ һөнәри байрам алдынан «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең почетлы Дан Галереяһында торған 40 хеҙмәт алдынғылары рәтенә Сибай филиалының газ бүлеү станцияһы операторы Рәмил Манаевтың, хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге буйынса хеҙмәт белгесе Анатолий Лысенковтың, электр элемтәһе инженеры Павел Демконың исемдәре өҫтәлеүе билдәле булды.
Хеҙмәт алдынғыларын тәбрикәү сараһы матур концерт менән үрелеп барҙы. Һөнәр эйәләре ҡәнәғәт ҡалды.
Читайте нас: