Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
31 Август 2017, 13:24

БАТЫРҘАРҘЫ, ОҪТАЛАРҘЫ, ТАЛАНТТАРҘЫ ЙЫЙҘЫ СИБАЙ

Үткән шәмбе сибайҙар Ҡала һәм Шахтерҙар көнөн билдәләне. Ҡаланың бай тарихы, төрлө милләт халҡының мәҙәниәте, дуҫлығы, халыҡ хеҙмәте сағылған был байрамды һәр кем көтөп алды.Төп саралар Үҙәк майҙанда үтте. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Фазлетдин улы Иҙрисов ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм хеҙмәт алдынғыларына ҡала хакимиәтенең, ҡала Советының, Башҡортостан Башлығының һәм министрлыҡтарҙың Рәхмәт хаттарын һәм Почет грамоталарын тапшырҙы.Йола буйынса был көндө төрлө саралар, спорт һәм балалар өсөн ярыштар, ижади, милли мәҙәниәт фестивалдәре, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулар араһында уҡтан атыу ярышы иң үҙенсәлеклеһе булғандыр. Милли һыҙат алған был конкурс үҙ янына бик күптәрҙе йәлеп итте.

Үткән шәмбе сибайҙар Ҡала һәм Шахтерҙар көнөн билдәләне. Ҡаланың бай тарихы, төрлө милләт халҡының мәҙәниәте, дуҫлығы, халыҡ хеҙмәте сағылған был байрамды һәр кем көтөп алды.
Төп саралар Үҙәк майҙанда үтте. Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айнур Фазлетдин улы Иҙрисов ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы тәбрикләне һәм хеҙмәт алдынғыларына ҡала хакимиәтенең, ҡала Советының, Башҡортостан Башлығының һәм министрлыҡтарҙың Рәхмәт хаттарын һәм Почет грамоталарын тапшырҙы.
Йола буйынса был көндө төрлө саралар, спорт һәм балалар өсөн ярыштар, ижади, милли мәҙәниәт фестивалдәре, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Шулар араһында уҡтан атыу ярышы иң үҙенсәлеклеһе булғандыр. Милли һыҙат алған был конкурс үҙ янына бик күптәрҙе йәлеп итте.
Уҡ-һаҙаҡ, ян башҡорт ир-егетенең айырылғыһыҙ атрибуты тип ҡабул ителгән. Борон замандарҙа ул йәнлектәргә һунар итеүҙә ҡулланылһа, тора-бара баҫҡынсыларға ҡаршы яу ҡоралына әйләнә. Әле ул спорт төрө булараҡ танылыу яулай башланы. Ҡала кимәлендә беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, бында ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны хайран ҡалдырҙы. Сибай, Өфө, Учалы, Баймаҡ ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы, Fафури, Хәйбулла, Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Ейәнсура райондарының мәргәндәре йыйылды. Ир-егеттәр менән бергә Сибай һылыуы Ләйсән Алламоратова һәм Fафури районы ҡыҙы Гүзәл Ибәтуллина майҙанға сығырға йөрьәт итте. Ярыш дүрт этапта үткәрелде. 30, 40, 50, 60 һәм 100 метр алыҫлыҡта торған сәпкә тейҙереү бурысы ҡуйылды. Сибайҙа үткән ярышта уҡсылар тәүге тапҡыр бындай алыҫ дистанцияға атып ҡараны. Ундай арауыҡ башлыса донъя чемпионаттары ярыштарында ҡулланыла. Шулай уҡ мәргәндәр һунар, хәрәкәтле сәпкә атыуҙа ла үҙҙәрен һынаны.
Ярыштың барышы һәм ҡатнашыусылар менән уҡтан атыу оҫтаһы, Учалы ҡалаһы ҡунағы Рәис Низаметдинов таныштырып барҙы. Конкурс булғас, еңеүсеһеҙ булмай. Шулай итеп, барса халыҡты хайран ҡалдырып, 17 йәшлек Бөрйән егете Динис Юлбирҙин беренселекте яуланы, икенсе урынға—еңеүсенең атаһы Салауат Юлбирҙин, өсөнсө урынға Баймаҡ егете Васил Ҡәйепҡолов сыҡты.
Ярыш барған майҙанда Өфө ҡунаҡтары Алһыу Кинйәбаева һәм Денис Өмөтбаев уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Теләүселәр үҙ мәргәнлектәрен дә һынап ҡарай алды.
Милли уҡтан атыу ярышы тамамланыуға Үҙәк майҙанда бына инде дүртенсе тапҡыр үткәрелгән «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» турниры старт алды. Бында ҡатнашыусыларға 70 килограмлыҡ бүрәнәне күтәреү, К-700 тракторының 340 килограмлыҡ тәгәрмәсен әйләндереү, 75 килограмлыҡ ике газ баллонын күсереү, автобус һөйрәү бурысы ҡуйылды. Бөтә ҡатнашыусылар араһында «Искра» клубында шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең әҙерлеге һәм оҫталығы менән айырылып торҙо. Әлбиттә, берәүгә лә еңел булманы. Егеттәр кәүҙә ауырлыҡтары буйынса ике төркөмгә бүленеп көс һынашты. 80 килограмға тиклемгеләр араһында 3-сө урында—Михаил Отдатчиков, 2-се урында—Арман Утигенов, 1-се урында Тимур Таштимеров булһа, 80 килограмдан ауырыраҡтар араһында 3-сө урынды—Фәнил Уйылданов, 2-се урынды—Айҙар Байсурин, 1-се урынды Марсель Мырҙин яуланы.
«Урал аръяғының иң көслө кешеһе»н билдәләүҙә «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» Эльбрус Ниғмәтуллиндың ҡатнашыуы ҙур мәртәбә өҫтәне. Ул тамашасы булып ҡына ҡалманы, үҙенең иң көслө кеше булыуын иҫбатланы—40 кеше ултырған «Скания» автобусын урынынан ҡуҙғатты һәм билдәле бер арауыҡҡа һөйрәп шылдырып та ҡуйҙы.
Һәр төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы ярыштар, уйындар халыҡ күңеленә хуш килде. Милли эсемлекте популярлаштырыуҙы маҡсат иткән «Урал аръяғы ҡымыҙы» II асыҡ ҡала конкурсында ҡатнашыусылар ҙа күп булды. Һәр береһе ҡымыҙ ҡойолған һауыттарҙы үҙенсәлекле итеп биҙәргә тырышҡан. Был конкурста өсөнсө урынды З.А.Иҫәнова шәхси хужалығы (Баймаҡ районы Йомаш ауылы) һәм «Элеватор» (В.М.Пономарев, Сибай ҡалаһы) бүлеште, икенсе урынға Ф.Ф. Уралбаев КФХ-һы (Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылы) сыҡты, иң тәмле ҡымыҙ Ф.Й.Кәримов КФХ-һыныҡы тип танылды һәм уға беренсе урын бирелде.
Байрам йыр-моңһоҙ үтмәүе билдәле. Сибай филармонияһы артистары, һәүәҫкәрҙәр һәм килгән ҡунаҡтар тарафынан әҙерләнгән концерт һәр кемгә оҡшаны. Кискеһен Үҙәк майҙанда «Йырлаусы һәм бейеүсе Сибай» исемле сара ойошторолдо.
Ринат Муллагилдин фотоһы.