Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
25 Август 2017, 13:58

ШАХТЕРҘАР НӘҪЕЛЕНӘН УЛ

Вәкил Вәлиулла улы Fабдуллин 35 йыл ғүмерен шахта эшенә бағышлаған.Ул Учалы районының Миндәк ҡасабаһында донъяға килгән. 1980 йылда әрменән ҡайтҡан егет алдында ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау тыумай. Ул атаһы һәм ағалары башлап ебәргән шахтерҙар нәҫелен дауам итеү уйы менән үҙҙәрендәге алтын табыу шахтаһына эшкә төшә. 15 йыл буйына проходчик булып эшләп тәжрибә туплаған Вәкил артабан хеҙмәт юлын Межгорье ҡалаһы шахтаһында дауам итә. Һуңынан Йомағужа һыуһаҡлағысын һәм Силәбе метроһын төҙөүҙә ҡатнаша.

Вәкил Вәлиулла улы Fабдуллин 35 йыл ғүмерен шахта эшенә бағышлаған.
Ул Учалы районының Миндәк ҡасабаһында донъяға килгән. 1980 йылда әрменән ҡайтҡан егет алдында ҡайҙа эшкә барырға тигән һорау тыумай. Ул атаһы һәм ағалары башлап ебәргән шахтерҙар нәҫелен дауам итеү уйы менән үҙҙәрендәге алтын табыу шахтаһына эшкә төшә. 15 йыл буйына проходчик булып эшләп тәжрибә туплаған Вәкил артабан хеҙмәт юлын Межгорье ҡалаһы шахтаһында дауам итә. Һуңынан Йомағужа һыуһаҡлағысын һәм Силәбе метроһын төҙөүҙә ҡатнаша.
2000 йылда улар ҡатыны менән балаларҙы юғары уҡыу йортонда уҡытыу ниәте менән Сибайға күсеп килә. Уңған ғаилә Таулы ҡасабаһында бөтә уңайлыҡтары булған йорт һалып инә. Fаилә башлығы 2006 йылдан алып бөгөнгәсә ер аҫты руднигында эшләй. Оҙаҡ йылдар быраулау техникаһы машинисы булған Вәкил Вәлиулла улын быйыл тау ҡорамалдарын ремонтлау буйынса слесарь итеп күсергәндәр.
Ҡатыны Мәрйәм Булат ҡыҙы менән улар бер ул һәм ҡыҙға матур тәрбиә биреп, тормош юлына баҫтырған. Сибай институтын тамамлаған Ирек шахтала бригадир. Ҡыҙҙары Гөлсөм—күп тармаҡлы үҙәктә белгес. Бәхетле ҡартатай менән өләсәй ике ейәнсәрен һөйөп туя алмай.
Уңған шахтер Вәкил Fабдуллин республика Башлығы Р.З.Хәмитов ҡулынан Почет грамотаһы алып һөйөнгән. Рәсәйҙең хеҙмәт ветеранына Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең һәм Урал тау-металлургия кампанияһы етәкселегенең Рәхмәт хаттары тапшырылған.