Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
21 Июль 2017, 11:50

ХЕҘМӘТТӘШТӘР, ТУҒАНДАР ИКЕҺЕ ЛӘ УҢҒАНДАР...

Сибай ҡалаһында Олеся Анатольевна Верстак етәкләгән «Ситно» сауҙа селтәре—ҡала ҡаҙнаһына иң күп һалым күсереүсе йәмғиәттәрҙең береһе. Уның Арҡайым ҡасабаһындағы магазины ла халыҡтың иғтибарын тауарҙарҙың төрлөлөгө, сифатлы булыуы менән генә түгел, шәп һатыусылар хеҙмәтләндереү менән дә йәлеп итә.Мәрфүға Миҙәхәт ҡыҙы Сәғәҙиева һәм Дилбәр Мирзайән ҡыҙы Сыңғыҙовалар (һүрәттә) эшләгәне бирле был сауҙа нөктәһенән кеше өҙөлмәй. Һатыусыларҙы килен һәм ҡайынбикә булараҡ туғанлыҡ ептәре генә бәйләмәй, улар күптәнге әхирәттәр ҙә. Ҡыҙҙар 1985-1986 йылдарҙа Баймаҡтың 58-се һөнәрселек училищеһында бер төркөмдә уҡый.

Сибай ҡалаһында Олеся Анатольевна Верстак етәкләгән «Ситно» сауҙа селтәре—ҡала ҡаҙнаһына иң күп һалым күсереүсе йәмғиәттәрҙең береһе. Уның Арҡайым ҡасабаһындағы магазины ла халыҡтың иғтибарын тауарҙарҙың төрлөлөгө, сифатлы булыуы менән генә түгел, шәп һатыусылар хеҙмәтләндереү менән дә йәлеп итә.
Мәрфүға Миҙәхәт ҡыҙы Сәғәҙиева һәм Дилбәр Мирзайән ҡыҙы Сыңғыҙовалар (һүрәттә) эшләгәне бирле был сауҙа нөктәһенән кеше өҙөлмәй. Һатыусыларҙы килен һәм ҡайынбикә булараҡ туғанлыҡ ептәре генә бәйләмәй, улар күптәнге әхирәттәр ҙә. Ҡыҙҙар 1985-1986 йылдарҙа Баймаҡтың 58-се һөнәрселек училищеһында бер төркөмдә уҡый. Мәрфүға—Баймаҡ районының Әхмәр, Дилбәр Йылайыр районының Һултантимер ауылдарында тыуып үҫкән. Баймаҡта уҡыған осорҙа танышып, дуҫлашып китеүҙәре ғүмерлеккә булыуын йәштәр, бәлки, ул ваҡытта уйлап та бирмәгәндер. Дилбәр Ырымбур тарафтарына кейәүгә сығып китә, Мәрфүға әхирәтенең ҡустыһы Мансурға бара. Шулай юлдар бер аҙ айырылып тора ла, 2007 йылда туғандар кәңәшләшеп, Сибай ҡалаһының Арҡайым ҡасабаһында төпләнергә була.
—Бына 10 йыл инде бер ерҙә йәшәйбеҙ, эшләйбеҙ. Быға тиклем Таулы ҡасабаһының—«Шатлыҡ», Арҡайымдың «Прайд», Баш-спирт магазиндарында һатыу иттек. Бер-беребеҙҙе күптән белгәс, эшләүе күпкә еңел,—ти Мәрфүға Миҙәхәт ҡыҙы.—Икебеҙҙең дә сауҙа өлкәһендә тәжрибә ҙур—30 йылдан ашыу хеҙмәт стажыбыҙ бар. Кеше менән аралашып эшләү оҡшай. Етәкселек тә эшебеҙҙе хуплап тора.
Һатыусылар ғаиләләрендә уңған хужабикәләр ҙә. Мәрфүға апайҙың сәскәләй ике ҡыҙы—Гөлгөнә һәм Йәнгүзәл бар. Дилбәр Мирзайән ҡыҙы иһә ире Рәғип менән ике ул, бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр. Ирҙәре менән йорттар һалып, матур итеп донъя көтәләр.
Гүзәл заттарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, артабан да эшләп тапҡан малдарының бәрәкәтен күреп, именлектә йәшәүҙәрен теләйбеҙ.