АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
23 Июнь 2017, 18:40

Ураҙа байрамы мөбәрәк булһын!

Изге Ҡөрьән төшө-рөлгән матур ай—һәр көнө үҙе бер байрам бул-ған Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Ураҙа ғәйете әһәмиәте менән Ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн. Ураҙа ғәйетен шәүүәл айының тәүге көнөндә байрам итәләр.

Изге Ҡөрьән төшө-рөлгән матур ай—һәр көнө үҙе бер байрам бул-ған Рамаҙан айы Ураҙа ғәйете менән тамамлана. Ураҙа ғәйете әһәмиәте менән Ҡорбан байрамынан ҡала икенсе урында торған оло көн. Ураҙа ғәйетен шәүүәл айының тәүге көнөндә байрам итәләр. Тантана Рамаҙан айындағы тыйылып тороуҙың тамамланыуын аңлата. Был көндө һығымталар яһау ваҡыты тип тә атарға булыр ине. Ураҙа тотоу йәйгеһен еңелдән түгел—көндәр оҙон, ҡояш ҡыҙҙыра...Ләкин ураҙа тотоуҙың мәғәнәһе, файҙаһы бындай ғына һынауҙарға бирешеп тормай.
Байрамды матур ҡаршылайыҡ, матур итеп оҙа-тайыҡ. Был көндә һәр кем шуны белһен ине: кешеләргә изгелек эшләү, хәйер биреү, таҙа һәм матур кейенеп йөрөү, йылмайыу өсөн байрам көндәре генә кәрәкмәй. Донъялыҡтағы бөтә көндәрҙе лә үҙебеҙ үк нурға күмәйек. Байрам алдынан бер-беребеҙҙе ғәфү итергә онотмайыҡ—мосолмандарҙың үҙ-ара татыу йәшәүенә ни етә. Был көндө халыҡ мәсеткә йыйылып, байрам намаҙын уҡый, аралаша, ҡунаҡҡа саҡырыша.
Ошо көндәрҙә яҡты уйҙар, ынтылыштар, мә-хәмәтле, изге эштәр беҙҙең йөрәктәрҙә тамырланып, киләсәккә тоғро юлдаш булһындар ине.
Читайте нас: