Һеҙ һүрәттә күргән бәләкәстәр Сибай ҡалаһының «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы (мөдире Э.Ф.Йәнтүрина) тәрбиәләнеүселәре. Бында бөтәһе 11 төркөм эшләй. Быйыл мәктәпкәсә йәштәге 83 бала сығарылған. Кескәйҙәр менән юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Балалар баҡсаһы матди яҡтан да яҡшы тәьмин ителгән. Fөмүмән әйткәндә, бында бәләкәстәрҙе тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ҡала Советы депутаты Д.А.Назаров «Ҡайынҡай» һәм «Аленушка» балалар баҡсаһына видеопроектор һәм экран бүләк итте.
«Бәләкәстәр—ул беҙҙең киләсәгебеҙ. Уларҙы илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре итеп үҫтереү беҙҙең бурыс»,—тип сәләмен дә еткергән Денис Назаров.