АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
26 Май 2017, 14:00

ҠОШТАР ҘА БЕР ШУЛАЙ ТАРАЛЫША

Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә иңдәргә ҡанат ҡуйған, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағышҡа, күҙ йәштәренә ирек бирҙергән «Ҡыңғырау байрамы» тантаналары гөрләп үтте.Быйыл ҡаланың 14 мәктәбен 328 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың тап 28-е гимназияның сығарылыш класы ҡыҙҙары, егеттәре. Был белем усағы республиканың иң яҡшы белем биреүсе 10 мәктәбе иҫәбендә. 2016-2017 уҡыу йылында гимназистар төрлө предмет олимпиадаларында, конкурс, викториналарҙа 200-ҙән ашыу призлы урын яулаған.

Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә иңдәргә ҡанат ҡуйған, шул уҡ ваҡытта бер аҙ һағышҡа, күҙ йәштәренә ирек бирҙергән «Ҡыңғырау байрамы» тантаналары гөрләп үтте.
Быйыл ҡаланың 14 мәктәбен 328 уҡыусы тамамланы. Шуларҙың тап 28-е гимназияның сығарылыш класы ҡыҙҙары, егеттәре. Был белем усағы республиканың иң яҡшы белем биреүсе 10 мәктәбе иҫәбендә. 2016-2017 уҡыу йылында гимназистар төрлө предмет олимпиадаларында, конкурс, викториналарҙа 200-ҙән ашыу призлы урын яулаған. Балалыҡтары менән хушлашып, йәшлеккә аяҡ баҫыусыларҙы Сибай ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сөләймәнов тәбрикләне:—Ҡыңғырау байрамы—мәктәп менән хушлашыу ауазы. Алда һеҙҙе Берҙәм дәүләт имтихандары ғына түгел, тормош һынауҙары көтә,—тине Хәлит Хәмзә улы.—Fилем, аҡыл, фекерләү һәләте, белдеклелек—йәмғиәттең ҙур байлығы, улар бөгөнгө мәғлүмәти донъяла яңы әһәмиәт алды. Гимназияла үҙләштергән белемегеҙҙе тормошта файҙалы ҡулланырығыҙға ышанам.Яңы көс менән ҙур бейеклектәргә ынтылып йәшәйек!
Гимназистарҙы ҡала Советы депутаттары исеменән Сибай сәнғәт колледжы директоры А.F.Ҡамбулатов ҡотланы. Мәғариф бүлеге методисы Р.С.Байбулова ла йәштәргә аҡ юл теләне.
Дәрестәрҙә үҙҙәрен ипле, тыңлаусан уҡыусы итеп тотҡан ҡыҙҙар-егеттәр тантанала асылып китеп, ихлас сығыш яһаны. Дәртле йырҙар, шиғри юлдар аша директор И.И.Варламоваға, уҡытыусыларға, ата-әсәләргә ихлас рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.1 кластар оло юлға сығыусы сығарылыш класс уҡыусыларына наказ да уҡып ишеттерҙе.
Был көндө гимназияның өс 9 класы уҡыусылары өсөн дә тантаналы линейка үтте. Айырыуса 9Б башҡорт класына «Ҡыңғырау байрамы» иҫтәлекле, сөнки 10 кластан белем йүнәлешле бирелә башлаһа, башҡорт кластары тарҡалыусан. Класс етәкселәре Ф.У.Кинйәкәйева һәр уҡыусыһын маҡтап телгә алды. Ул 9 класты тик «бишле»гә тамамлаусы Байрас Бүләкәнов, Илсур Солтанов, Йәмилә Торомтаева, Аэлина Яҡшыбаеваларҙы уҡыуҙа ла, йәмәғәт эшендә әүҙем булыуҙарын билдәләне. Шулай уҡ Нурия Аласова, Илназ Әфләтүнов, Илнур Барлыбаев, Айнур Fөбәйҙуллин, Марс Дилмөхәмәтов, Азалия Исламғолова, Зәлиә Ҡорбанаева, Эдуард Ли, Гөлназ Лоҡманова, Аида Лотфуллина, Алмаз Солтанғолов Элина Такалова, Әҙилә Үҙәнбаева, Альбина Харисова, Алина Бикйәноваларҙың да тормошта үҙ юлдарын табырҙарына ышана.
Байрамдың тантаналы өлөшөнән һуң саралар класс сәғәттәре, уҡыу йылдарын хәтерләүгә ҡоролған дәрестәр менән дауам итте.
Кис Сибай йәштәре иһә Балалар ижады үҙәге биләмәһендә ойошторолған флешмобҡа йыйылды.
* * *
Рөстәм Салауат улы Мусин етәкләгән Арҡайым ҡасабаһының башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы комплексы ла быйыл бишенсе тапҡыр 4 класс уҡыусыларын урта мәктәпкә оҙатты. Уҡыусыларҙы ҡотларға Сибай ҡала хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Р.Л.Fәбитов, мәғариф бүлегенән Г.Ф.Зарипов, ҡасаба биләмәһе рәйесе Л.И.Маврина барҙы. Дүрт йыл эсендә төрлө милләт вәкилдәре балаларын, 16 малай һәм 12 ҡыҙҙы Гөлфиә Һатыбал ҡыҙы Күлбаева татыу бер коллективҡа туплап, башланғыс белем биреп, артабанғы үҫеш баҫҡысына үрләтте.
—Уҡытыусынан уңдыҡ. Тәжрибәле педагог булараҡ, шәхсән алымдар менән эшләй белеүе оҡшай. Һәр баланың күңелен таба. Талапсан, ғәҙел,—ти Гөлфиә Һатыбал ҡыҙы тураһында Альбина Көҙәнғолова, уҡытыусыларын маҡтап. Ҡыҙым Гөлнәзирә 4 класты яҡшы билдәләргә генә тамамланы. Артабан уҡыуын гимназияла дауам итәсәк. Балаларға тәүге уҡытыусыбыҙ менән хушлашыу, ҡасабанан ҡалаға йөрөп уҡыу ҡыйыныраҡ, әлбиттә. Шулай ҙа бирешмәҫтәр, уҡытыусыбыҙ биргән көслө ҡорал—белем бар балаларҙа.