Бөтә яңылыҡтар
Байрамдар
28 Ноябрь 2016, 22:59

Бар хәстәрем, бар хистәрем бала өсөн...

Эшендә оҫта ойоштороусы, йыр-моңға маһир хеҙмәткәр, өйөндә яҡшы әсәй, уңған хужабикә, матур ҡатын. Был һүҙҙәр барыһы ла Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе дүрт бала әсәһе Н.А.Илбулова хаҡында.

Нәсимә Азамат ҡыҙы сығышы менән Төркмән ауылынан. Урта мәктәпте тамамлағас, компьютер белгесе һөнәрен үҙләштерә. Унан ауыл хакимиәтендә егет-тәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса белгес булып эшләй. Күрше ауылы егете Айнур менән өйләнешкәс, Иҫәнбәт ауылында төпләнәләр. Бына инде 16 йыл иңгә-иң терәп, татыу ғүмер кисерәләр. Fаиләлә 3 ҡыҙ, 1 малай буй еткерә. Дилбәргә—16, Ильяс-ҡа—12, Фидәлиәгә—11, Йәнгүзәлгә 6 йәш. Өлкәндәре тырышып мәктәптә уҡыһа, кинйәләре балалар баҡсаһына йөрөй.

Май айынан Нәсимә Азамат ҡыҙы ауыл клубы мөдире булып эшләй. Бында мәктәп балалары йыр-бейеүҙәр өйрәнһә, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың «Ҡарлуғас», ағинәйҙәрҙең «Һандуғас» йыр ансамблдәре әүҙем эшләй. Улар Нәсимә ханымдың эшендә төп таяныс.

— Үҙем дә ишле ғаиләлә үҫтем, бәләкәйҙән бала-сағаларымдың күп булыуы тураһында хыяллана инем. Аллаға шөкөр, теләгем тормошҡа ашты. Балалар бер-береһенә терәк булып үҫеп килә. Өлкәндәре бәләкәстәрен ҡараша, бергә дәрес әҙерләй, уйнай. Өй эштәрендә лә ярҙамлашалар. Йыуанысыбыҙ ҙа, ҡыуанысыбыҙ ҙа улар. Бар хәстәребеҙ, бар хистәребеҙ балалар өсөн. Иң мөһиме һау, тәртипле булһындар. Был һәр ата-әсә өсөн оло бәхет,—ти Нәсимә Азамат ҡыҙы.


Бынан ике йыл элек Илбуловтар йәштәр программаһы буйынса матур ҙур йорт төҙөгән. Әйткәндәй, яңы өйгә күсенеүҙәре тап ошо Әсә көнөнә тура килгән, шуға ла был дата улар өсөн икеләтә байрам.