Ауыл хужалығы
21 Мая , 04:55

Һабанда һайрашыр мәл

Игенселәр өсөн иң яуаплы мәл—яҙғы баҫыу эштәре башланды. Бөгөн баҫыу-ҡырҙарҙа машина-трактор та-уыштары гөрләп тора. Механизаторҙар аяҙ көндөң һәр минутының ҡәҙерен белеп, яңы уңышҡа нигеҙ һалырға үҙ өлөшөн индерә.

Йылайыр районы аграрийҙары ла яҙғы сәсеүгә дәррәү тотонған. Тупраҡта дым булған саҡта ергә орлоҡ һалып өлгөрөргә кәрәк, ти игенселәр.
Райондың ауыл хужалығы ида-ралығының баш агрономы Булат Намазов белдереүенсә, быйыл бөтәһе 10 мең 612 гектар майҙанда иген культураларын сәсеү ҡарала. Шуның 7571 гектарында—иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, 2500 га майҙанда—техник культуралар, 400-ндә—мал аҙығы, 341 гектарҙа картуф һәм йәшелсәләр урын аласаҡ. Ра-
йон аграрийҙары быйыл ҙур һорау менән файҙаланылған ҡаты һәм йомшаҡ бойҙай, етен сәсеүгә айырым иғтибар бирәсәк.
Райондың «Ғәзиз Иҫәндәүләтов» крәҫтиән-фермер хужалығы–төбәк-тең ҡеүәтле, тотороҡло үҫешкән, алға аныҡ маҡсат ҡуйып эшләгән предприятиеларының береһе. Фермер хужалығы етәксеһе, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ер эшен төплө белә. Бәләкәй саҡтан атаһының тракторынан төшмәй, 5-6-сы кластарҙа уҡығанда руль артына ултырған егет алдында киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға тигән һорау тормай. Йылайыр совхоз-техникумының инженер-механик бүлегенә уҡырға инә һәм ял көндәрендә атаһы Морат Иҫәндәүләтовҡа ярҙам итә. Әрме хеҙмәтен тултырап ҡайтҡас, иптәштәре кеүек оҙон аҡса эҙләп, Себер тарафтарына юлланмай, атаһының юлын лайыҡлы дауам итә. Ерҙе яратырға, уға ҡарата мөнәсәбәт ниндәй булырға те-йешлеген дә унан өйрәнә. 2017 йылда Ғәзиз Морат улы тәүәкәлләп үҙ эшен аса.
—Бала саҡтан игенселек эше миңә яҡшы таныш. Ергә ҡарата һөйөүем дә көслө, шуға күрә шәхси хужалығымды булдырырға ҡарар иттем. Бөгөн 2 мең 500 гектарҙа сәсеү майҙандарым бар. Уның 800 гектары—ҡуртымға алынған, ҡалғаны—пайсыларҙыҡы. Көҙ көнө уңыштың ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, иң тәүгеләрҙән булып пайсыларға 5 центнер ашлыҡ таратабыҙ.
Быйыл яҙғы баҫыу эштәрен 8 май башланыҡ һәм 25 майға тиклем тамамларға уйлайбыҙ. Тик көндәр генә аяҙ торһон, орлоҡ етерлек, яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡытлыҡ юҡ. 150 гектар майҙанда һоло сәсеп бөттөк, әле бойҙай сәсеүгә төштөк. Бөтәһе 400 гектарҙа йомшаҡ бойҙай һәм 500 гектар майҙанда ҡаты бойҙай, 800 гектар майҙанда етен сәсеү планлаштырыла. Баҫыуҙарҙа дүрт агрегат эшләй, техника паркы тулыһынса яңы. Былтыр 90 миллион һум кредит алып өр-яңы комбайн, КаМАЗ машинаһы, сәсеү агрегаттары һатып алдым. Быйылғы уңышҡа өмөт ҙур, банк менән тулыһынса иҫәпләшергә ине. Яҡшы орлоҡ—уңыш нигеҙе икәнлеген һәр игенсе яҡшы белә, шуға күрә бы-
йыл 13 тонна супер элиталы ҡаты бойҙай һәм 45 тонна «Оренбургская 21» сортлы ҡаты бойҙай орлоҡтары һатып алдым,—ти йәш фермер.
Әйткәндәй, Ғәзиз Иҫәндәүләтов классик сәсеүгә иғтибар итә, быйыл 500 гектар майҙанды «ял иттерәсәк». Көҙ көнө туңға һөрөү ҙә уңыштың юғары булыуына ярҙам итә. Ә бына минераль ашламалар ҡулланыуҙа фермерҙың үҙ фекере: «Беренсенән, минераль ашламаларҙы һатып алыу үтә ныҡ ҡиммәткә төшә. Бер тапҡыр сәскәндән һуң уларҙы ҡайтанан эшкәртеп сығыу өсөн йәнә яғыулыҡ материалдары сарыф ителә. Шуға күрә бер ниндәй ҙә минераль һәм органик ашламалар ҡулланыу яғында түгелмен»,—ти фермер.
Иҫәндәүләтов хужалығында баҫыу батырҙарына бар шарттар тыуҙырылған: көнөнә ике тапҡыр йылы аш әҙерләнә. Ашнаҡсы Миңнеәхәт Ишкилдин махсус будкала төшкө һәм кәкре (полдник) аштарын әҙерләй. Шулай уҡ ҡарауылсы булып та эшләй. Механизаторҙар Урал Ишкилдин, Данис Мәғзүмов, Азамат Ишкилдин, Шәһит Ғәлиәкбәров, Рәфҡәт Мөхәмәтрәхимов, Фуат Ғәлиев һәм Миңлеғәле Исҡужиндар—оҙаҡ йылдар фермерҙың уң ҡулы. Яҙын баҫыу эштәрендә булышһалар, көҙөн урып-йыйыуҙа ярҙам итәләр. Уларҙың күбеһе—Һултантимер ауылынан.
Ғөмүмән, яҙғы сәсеү игенселәр өсөн иң яуаплы осор булһа ла, бының менән генә эш бөтмәй. Себеште көҙ һанайҙар тигәндәй, уларҙы көҙөн тағы ла яуаплыраҡ осор көтә. Ни ти-
һәң дә, һуңғы йылдарҙа игенселек менән шөғөлләнгән фермерҙарға башлыса үҙ көсөнә таянырға тура килә. Ер эшен яратҡандар үҙ тәжрибәһенә һәм теләгенә арҡаланып ергә орлоҡ һала. Уларҙың һәр шытымына һөйөнгән фермерҙарҙың көҙөн уңышҡа шатланыуын, юғалтыуһыҙ йыйып алыуын, бер ҡаршылыҡһыҙ отошло һата алыуын теләге килә. Сөнки нәҡ уларҙың ауыр хеҙмәте, ҡара тырышлығы менән иң кәрәкле тармаҡ—ауыл хужалығы йәшәп килә.
Һүҙ аҙағында шуны ла әйтеп үтке килә: Йылайырҙың йәш һәм дәртле эшҡыуары Ғәзиз Иҫәндәүләтов ғаиләһе менән дә үрнәк. Баймаҡ ҡыҙы Нәркәс менән Айназ исемле ул үҫтерә.
Кем белә, бәлки Айназ да киләсәктә атаһының юлын дауам итер, игенселек менән шөғөлләнер, баҫыуҙарҙы иңләп, тос башаҡлы игендәр үҫтерер.
Кәримә Усманова.

Автор:Кәримә Усманова
Читайте нас