Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Ноябрь 2025, 15:00

Ер егәрлеләрҙе ярата

Колхоз-совхоздар тарҡалғас, ауылдың уңған, йүнсел, бөтмөр, сос кешеләре үҙ хужалығын булдырҙы. Баймаҡ районы Сосновка ауылы фермерҙарының береһе—Нур Рәхмәтуллин.

Ер егәрлеләрҙе ярата
Ер егәрлеләрҙе ярата

Йәш ауылдашым ысын мәғәнәһендә һоҡланғыс кеше. Ер кешеһе! Ул 1984 йылда ошо ауылда тыуған. Сос-новка мәктәбендә уҡыны, мин уның класс етәксеһе булдым. Ҡулына урта белем тураһында аттестат алғас, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡыны. 2010 йылда ер алып, иген сәсеп фермерлыҡ менән булыша башланы. Әле 500 гектар ерендә бойҙай һәм арпа сәсә. Быйыл гектарынан 20 центнер уңыш йыйған.
Йүнсел фермер хужа-лығында урып-һуғыу комбайны, К-700, Т-150 тракторҙары, «Беларус» бар. Нур Нуриман улы дәүләттән ярҙам көтөп ятмай, барыһын да үҙе хәстәрләй, үҙ көсө менән башҡара. Уға атаһы Нуриман Салауат улы ярҙам итә, төп тракторсы ул. Әйткәндәй, 40 йыл эш стажы булған Нуриман Рәхмәтуллин заманында «Йылайыр» совхозға эшкә урынлашып, Байыш ауылынан Сосновкаға килеп төпләнгән.
Хужалыҡта йәнә үҙ бурысын урын-еренә еткереп башҡарған тракторсы Рәлиф Ҡарамырҙин эшләй. Улар бергәләшеп ҡара яҙҙан ҡара көҙгә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Әле, һауа торошо ҡамасаулау сәбәпле, көҙгө эштәрен тамамламағандар. Ошо арала ослап ҡуйырға ниәтләйҙәр.
—Киләсәктә сәсеүлек майҙандарын киңәйтергә хыялланам,—ти йәш фермер.—Яғыулыҡ, запас частәр ҙә арзандан түгел. Уларҙы ла теүәлләп алып ҡуйырға ине. Санаңды—йәй, арбаны ҡыш әҙерлә тигәндәй, беҙ йыл әйләнәһенә нимәлер хәстәрләйбеҙ. Шунһыҙ бер нәмә лә бармай. Ер эше ялҡауҙарҙы яратмай.
Нур Нуриман улы менән килешмәй мөмкин түгел. Хыялдарың тормошҡа ашһын, пландарың үтәлһен, маҡсатҡа ирешәм тиһәң, әлбиттә, егәрле булыу зарур. Был йәһәттән йәш фермер өлгө булырлыҡ. Эшһөйәр ғаиләлә буй еткергән егет шулай булырға тейеш тә. Алдан әйтеүемсә, атаһы ғүмер буйы совхозда эшләне, ер эшен яҡшы белә. Әсәһе Баҙыян Булат ҡыҙы балалар баҡсаһы мөдире булды. Әле халыҡ табибы булараҡ билдәле ул. Үрнәк булырҙай ғаиләлә буй еткергән Нур, бөгөн фермер булараҡ, ауыл тормошонда әүҙем ҡатнаша. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға, ауылда үткән күләмле сараларҙа бағыусы булып тора. Ғаиләһендә иһә яҡшы йорт хужаһы, хәстәрлекле атай. Ҡатыны Миләүшә менән өс бала—Батырхан исемле малай, Амилия, Камилия исемле ҡыҙҙар үҫтерәләр.
Ауылда төпләнеп, ер эшенә берегеп йәшәгән йәштәрҙең булыуы беҙҙе ҡыуандыра.


Фәриҙә Исмәғилева.
Баймаҡ районы
Сосновка ауылы.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас