Баймаҡ районында урып-йыйыу кампанияһы тамамлана. Бөгөнгө көнгә 66 890 гектар иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйылған, был планлаштырылған күләмдең 97 процентын тәшкил итә. Бөтәһе 159 850 тонна иген һуғып алына, гектарынан уртаса уңыш 23,8 центнер тәшкил итә. Һуңғы эштәрҙе "Урал Аръяғы Агро" һәм "Богдан" МТС-тары хужалыҡтары, шулай уҡ Байрамғолов, Баййегетов, Рәхмәтуллин һәм Хреновт фермер хужалыҡтары башҡара.
Быйыл урып йыйыу кампанияһында һигеҙ эре хужалыҡ һәм йөҙҙән ашыу фермер хужалығы һәм шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Шуныһын әйтергә кәрәк, быйыл уңыш йыйыу миҙгеле ҡатмарлы һауа шарттарында үтә, әммә бөтә кәрәкле эштәр өҙлөкһөҙ башҡарыла. Күрһәткестәр буйынса Баймаҡ районы республикала иген культуралары етештереү буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Быйыл да ошо күрһәткесте тоторҙар тигән ышаныстабыҙ.