-15 °С
Болотло
Тәжрибәле механизаторҙар бер быйыл ғына бергә эшләмәй. Бер туғандар эштә лә, тормошта ла бер-береһенә иң ҡуйырға күнеккән.Тағы шуныһы: улар игенде шундуҡ саба. Йәғни, элеккесә башта яҫмаларға һалып, артабан һуғып, бункерға тултырмай. Башаҡтырҙы сабып та, һуғып та барыу ысулы эште күпкә тиҙәйтә. Сөнки көндәр ҡоро торғанда һәр сәғәт кенә түгел, хатта минут ҡәҙерле. Быны комбайнсылар яҡшы аңлай һәм үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн барлыҡ тырышлығын һала.