Әле хужалыҡта 200-ҙән ашыу баш эре мөгөҙлө мал, 80 баш йылҡы, 60-тан ашыу һарыҡ үрсетелә. Шулай уҡ фермер районда ат спорты йүнәлешен үҙ иткән эшҡыуарҙарҙың береһе. Уның өс тоҡомло айғыры йыл һайын бәйгеләрҙә призлы урындар яулай.
Иренең бар башланғыстарын ҡатыны Гөлназа Йәүҙәт ҡыҙы хуплай һәм ярҙам итә. Ул үҙе һауын аппараттары ярҙамында бер үҙе һыйырҙарын һауа һәм һөт рзыҡтары әҙерләй.
-Етештергән продукциябыҙға һәр саҡ ихтыяж ҙур. Һөттө килешеү буйынса Мәләүез ҡалаһынан өйҙән килеп алалар,--ти Илгиз Мәрхәмәтдин улы..-Һөт әсей тип ҡурҡмайбыҙ: һыуытҡыстар бар. Йәйгеһен һөт тапшырыу отошло, ҡатыным заказ буйынса клиенттарға май, ҡорот, ҡаймаҡ әҙерләй. Һарыҡтарҙың күбеһе ҡорбанлыҡҡа китә, йылҡы ите йыл әйләнәһенә һорау менән ҡуллана. Беҙгә күберәк туғандарым ярҙам итә, ғаиләлә 9 бала үҫтек, ағай-ҡустыларым ауылда йәшәй. Һәр эште бергәләшеп башҡарабыҙ.
Мал тотҡас, уны ашатыу өсөн аҙығы ла кәрәк. Малдарына бесән-һаламды фермер нигеҙҙә үҙе әҙерләй. 300 гектар майҙанда арпа, 80 гектарҙа һоло, 240 гектарҙа бойҙай культуралары сәселгән. Беҙ барғанда фермер Таналыҡ йылғаһы буйында бер туған ағаһы Илдус Тазетдинов менән бесән саба ине. Быйыл ямғырҙар күп яуғанлыҡтанмы, әллә Таналыҡ йылғаһы яҡын булғанлыҡтанмы, бесән һутлы, йәшел килеш. Яҫмаларға һалынған бесән иртәгәһенә үк пресс-йыйғыс ярҙамында төргәктәргә (рулон) тултырыла. Бер рулонда яҡынса 350-420 килограмм бесән була. Малды ҡышлатыу өсөн яҡынса 2500 төргәк кәрәк. Шулай уҡ хужалыҡта былтыр йыйып алған мал аҙығы ла артып ҡалған. Ҡыш бауыры оҙон, шуға күрә запас туплау кәрәк, ти фермер.
Фермерҙың уң ҡулы, ҙур оло Айгиз әле әрмелә, атаһына Рәфис улы ярҙамлаша. Ҡыҙҙары Нәсимә менән Аделина әсәйҙәренә булыша. Бар эште бергәләшеп башҡарғанда ғына, эшең дә алға бара, ашың да мул була.
Степной фермеры Илгиз Тазетдинов ауылдаштарына ла һәр саҡ ярҙам итә, төрлө сараларҙың бағыусыһы була. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҡулынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа.
-Көндәр аяҙ торғанда, тиҙерәк мал аҙығы туплап ҡалһаҡ, артабан ураҡҡа төшәбеҙ,--ти фермер.
Кәримә Усманова.
Хәйбулла районы.
Һүрәттә:Илгиз Тазетдинов ағаһы Илдус менән мал аҙығы әҙерләй.