Ишмөхәмәт хакимиәте биләмә-һенә ҡараған Яңғаҙы ауылында 28 хужалыҡта 81 кеше йәшәй. Улар—хаҡлы ялдағылар, ситтә вахта ысулы менән эшләүсе ир-егеттәр, студенттар, уҡыусылар. Бәләкәй генә ауыл
ҡарамаҡҡа төҙөк, кеше йәшәмәгән өйҙәрҙе лә тәртиптә тоторға тырышалар. Яңғаҙы заманында эргә-тирәләге күп ауылдарға баш булған. Уның мәсете генә ни тора?! Динде юҡҡа сығарырға теләгән мыуафиҡтар нисек кенә манараны ҡолатырға теләһәләр ҙә килеп сыҡмаған. Ғорур мәсет бөгөн дә халыҡты үҙенә йыя, иман нурын тарата.
Яңғаҙы ауылына Ҡарамалы яғынан килеп ингәндә һул яҡта ҡалған ферма үҙенең эшләп тороуы тураһында хәбәр иткәндәй, битараф булмағандар күңелдәренә йылы бөркөп тора: уратып алынған, башланған бесән, һалам эҫкерттәре өйөмө һәм мал-тыуар... 1990 йылдың март айында Яңғаҙы Ҡарамалынан айырылып үҙаллы бүлексә булып киткәс, уның идарасыһы итеп Талип Нуритдин улы Шәйәхмәтов тәғәйенләнә. Ил тарихында «оптимизация», «оптималләштереү» тигән яңы һүҙ килеп инеп үҙгәрештәр тыуҙырғансы, Яңғаҙы бүлексәһен етәкләй.
Талип Нуритдин улы 1956 йылдың 15 июлендә Яңғаҙы ауылында донъяға килгән. Яңғаҙы башланғыс һәм Ҡарамалы һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрен тамамлағас, Йылайыр совхозының Йәкил (Яковлевка) тигән ауылында тракторсылар курсында уҡып танытма ала һәм тракторсы булып хеҙмәт юлын башлай. Атаһының СК-4 комбайнын, ДТ-75 тракторын йөрөтә. Нуритдин Фәтих улы эшкә ынтылып торған улына бар техникаһын ҡыуанып тапшыра ла, үҙе һарыҡсылыҡ һөнәренә күсә. Талип 1975 йылда әрме сафтарына алына, Чехославакияла минометсы, тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә.
—Дембель тураһында уйлап, самолет көтөп, башҡортса һыҙғырып көйләп тора инем, берәү арҡаға ҡаҡты, ефрейтор атай-әсәйгә «Рәхмәт хаты» тапшырҙы,—тип һалдат хәтирәләре менән уртаҡлаша Талип Нуритдин улы әрме хеҙмәтен һағынып.—Мин армияла спорт менән ныҡ шөғөлләндем.Час-та 1200 кеше араһында 164-се гвардия полкында гир күтәреү буйынса 2-се урын алдым, 1-се урында Төркмән егете Морат Ширлиев булды.
Армиянан ҡайтҡас, Талип Магнитогорск ҡалаһында металлургия комбинатында тәүҙә өйрәнсек булып, электромонтажсы һөнәрен үҙләштереп ала. Йылайыр совхозы ауыл хужалығы техникумында Юнир Самат улы Әҙеһәмов ҡулында электрик, тракторсы булып эшләй. Кистәрен студенттарға спорттың иң ауыр төрҙәренең береһе штанга бу-йынса тренер була, һабаҡтар бирә. Сөнки уның тәжрибәһе бар: Магнит ҡалаһында эшләгәнендә лә Рәсәй беренселегенә ярыштарҙа ҡатнашҡан.
Талип Нуритдин улы 1980 йылда Магнитогорскиҙа сауҙа техникумын тамамлап техник-технолог һөнәренә эйә булған Ишбулдина Розалия Илгиз ҡыҙына өйләнә. Шәйәхмәтовтар ғаиләһе Яңғаҙыға күсеп ҡайта. Улар 4 балаға ғүмер бүләк итәләр: Денис, Данил, Люциә, Раушания.
Тыуған ауылын ҡайтҡас, Талип Нуритдин улы башкөллө эшкә сума. Тәүҙә атаһы урынында чабан булып эшләй. 1985 йылдан—бригадир. Ул ваҡытта һарыҡтары, аттары, һөтсөлөк-тауар фермаһы була.
Яңғаҙы ауылы 1990 йылдың мартынан 2011 йылдың 6 мартына тик-лем Яңғаҙы бүлексәһе статусында йәшәй. Был осорҙа Йылайыр совхозы директорҙары вазифаһын Фирғәт Хәмит улы Хисмәтуллин, Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин биләй. Яңғаҙы бүлексәһе идарасыһы Талип Шәйәхмәтов етәкселек менән килешеп, бергәләп халыҡ мәнфәғәте өсөн күп кенә эштәрҙе атҡарып сыға. Юлдарҙы йүнәтәләр,
айырыуса Ҡарамалы-Яңғаҙы ауылдары араһындағыһына иғтибар итәләр, сөнки бынан балалар көн дә мәктәпкә йөрөй. Сафтан сыҡҡан мәсетте, уның манараһын ремонтлаталар. Бүлексә эшсәндәре өсөн йорттар төҙөлөшө башлана, Яңғаҙы баҡсаһы тергеҙелә. Ауылда клуб сафҡа инә, Сибай-Яңғаҙы маршруты буйынса автобус йөрөтөлә. Талип Нуритдин улы бөгөн үткән дәүер тураһында үҙҙәренең халыҡ өсөн күрһәткән хеҙмәттәрен оло ҡыуаныс, ғорурлыҡ менән һөйләй. Ҡыҙыҡ мәлдәрҙе лә иҫкә ала. Әкрәм Әғзәм улы Ниғмәтуллин менән Яңғаҙы-Ҡарамалы юлын һалғанда, ҡайһы ерҙән уңайлыраҡ булыр тип бәхәскә лә инеп киткән саҡтары булған икән. Ә хәҙер Талип: «Мин әйткәнсә эшләһәк, юлға буран һалмаҫ ине»,—тип барыбер һүҙен дөрөҫләп ҡуя. Буран, тигәндәй, Талип Шәйәхмәтовтың «Көндәлек» дәфтәре тотош бер циклды тәшкил итә. Көн һайын тип әйтерлек һауа торошо тураһында яҙып барған. Ысын мәғәнәһендә фенолог яҙмалары! Ғаилә тормошо, мал-тыуар, көндәлек эштәр, шулай уҡ тәфсирләп яҙып барылған. Ата кеше булараҡ, балаларына ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы, хәстәрлекле мөнәсәбәте лә сағыла был орфографик хатаһыҙ, тигеҙ, матур почерк менән яҙылған яҙмаларҙа.
Район етәксеһе Илшат Хәмит улы Ситдыҡов ныҡ ярҙам итә. Йылайыр совхозының яңы бүлексәһе—Яңғаҙыға 109 баш ҡара-ала таналар килтерелә. «Һөт һауыу буйынса совхозыбыҙ бүлексәләре араһында һәр ваҡыт беренсе урынды ала торғайныҡ. Баймаҡ тәжрибә хужалығы менән ярыштыҡ. Күпселек осраҡта, район һөтсөлөк фермалары араһында ла алдынғы урындарҙы алдыҡ»,—тип һөйләй Талип Шәйәхмәтов дәртле хеҙмәт йылдары тураһында. Яңғаҙы малсылары, механизаторҙары үҙҙәренең эш һөҙөмтәләре буйынса даими рәүештә район гәзите биттәрендә яҡтыртылып бара.
Талип Нуритдин улы бүлексәһендә эштәрҙе юғары кимәлгә ҡуйған кеүек, Ишмөхәмәт ауыл хакимиәтенең дә йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Бер нисә саҡырылыш ауыл советы депутаты булып һайлана. Ауылдаштарының—хеҙмәт кешеләренең байрам тантаналарын, һабантуйҙарын, ялын ойоштора. Район һабантуйҙарына юртаҡтарҙы бәйгегә әҙерләйҙәр, ат ярыштарында ҡатнашалар һәм призлы урындарҙы яулайҙар.
«Октябрь байрағы» гәзитендә «Хеҙмәтсәндәребеҙ—республика танта-
наһында!» исемле Ғәҙел Ишморатовтың мәҡәләһендә (Хәмдиә Исхаҡова фотоһы менән) Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышҡа барған делегация составында Талип Нуритдин улы Шәйәхмәтовтың да булыуы, уның район кимәлендә абруйлы етәксе икәнлеге тураһында һөйләнелә.
Бөгөгө көндә лә Яңғаҙы ауылы фермаһының эшләп тороуы, Юлай Усман улы Тимербулатов бушап ҡалған ферманы алып, крәҫтиән-фермер хужалығы асыуы, эшҡыуарлығы һөйөндөрә. Бүлексә етәксеһе Талип Нуритдин улының Яңғаҙы киләсәге өсөн тырышыуы, янып йәшәүе бушҡа булманы! Хужалыҡты һаҡлап ҡалыу яҡлы булған идарасы Талиптың эше ауыл йәштәренә тапшырылған. Бөгөн бәләкәй генә ауыл-да Шәйәхмәтов Васил, Аслаев Зөфәр, Байгилдин Рәмил кеүек үҙ эшен асыусы тәүәккәл йәштәрҙең булыуы ҡыуандыра.
Хазина Исҡужина.