Ауыл хужалығы
2 Апреля 2025, 13:35

Хеҙмәт кешеләренә дан йырланды

Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхозға—95 йыл!

Ҡолсора ауылы биләмәһе хакимиәте Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың 95 йыллығын байрам итергә бар тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырҙы. Тантаналы сара ауыл мәктәбендә уҙғарылды. Унда килеп ингәс тә уҡыусылар, уҡытыусылар һәр кемде ихлас күңелдән сәләмләп, йылмайып ҡаршы алды.

Алып барыусылар Рәсимә Әнүәр ҡыҙы Халиҡова һәм Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Мөхәмәтҡужи-на фиҙакәр хеҙмәттәре менән илебеҙҙе, еребеҙҙе данлаған элекке колхозсыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы, атап әйткәндә Баймаҡ районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Азат Булат улы Шәриповты, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Салауат улы Мөхәмәтшинды, колхоздың партком секретары Зәйнулла Хәсән улы Әминевты, баш агроном Рәил Һибәт улы Мәмбәтҡоловты, баш ветеринар Рим Һатыбалды улы Сыңғыҙовты, Мерәҫ бригадаһы зоотехнигы Ирек Ниғәмәт улы Бикмәтовты, Мерәҫ ауылы хакимиәте башлығы Шамил Сәғәҙи улы Нәҙербаевты, КФХ хужалығы тотҡан Ғиззәт Ғәбит улы Ямантаевты һәм башҡаларҙы «Ваҡыт ҡуласаһы»нда бергә әйләнергә саҡырҙы.
Октябрҙең 50 йыллығы исе-мендәге колхоздың тарихына килгәндә, ул 1929 йылдың мартында Аҡбай, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Байрамғол, Дауыт, Кейәүеште ауылдары тарафынан төҙөлә. Уға «Ҡыҙыл Октябрь» тигән исем бирәләр. Тәүге рәйесе итеп Муллаҡай ауылында тыуып үҫкән, Түбә ҡасабаһында шахтала забойсы булып эшләгән Динислам Ғәйнислам улы Танһыҡҡужин тәғәйенләнә. Егерме бишенсе меңселәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡан ВКП (б) ағзаһы булараҡ, заманына күрә алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы кеше булған ул. 1940 йылдың 1 майында «Ҡыҙыл Октябрь» колхозы икегә бүленә. Байрамғол, Дауыт, Иҫән, Муллаҡай ауылдары «Ҡыҙыл Октябрь» булып ҡала. Аҡбай, Кейәүеште, Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдары «1-се Май» исемен йөрәтә башлай. 1954 йылда колхоздар яңынан берләшә, үҙәге итеп Ҡолсора ауылы һайлана, рәйесе итеп Хәбибнәжәр Һиҙиәт улы Халиҡов тәғәйенләнә. 1967 йылдан колхоз Октябрҙең 50 йыллығы исемен йөрөтә. Колхоз иҡтисади яҡтан ныҡ үҫешкән хужалыҡтарҙың береһенә әүерелә. Уның йыллыҡ килеме миллион һумдан ашып китә. Бындай күрһәткескә ул район кимәлендә беренселәрҙән булып өлгәшә. Колхоз бер нисә тапҡыр күсмә Ҡыҙыл байраҡты яулай. Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоз ысын мәғәнәһендә райондың ғорурлығы булып тора.
Кисәне алып барыусылар тарих төпкөлөнә төшөп, берсә уйландырып, берсә дәртләндереп колхозсыларҙы ваҡыт ҡуласаһында әйләндерҙе. Сараның төп ҡунаҡтары—ҡасандыр колхозда эшләгән хеҙмәт ветерандары үҙҙәренең намыҫлы хеҙмәте менән хаҡлы рәүештә абруй яулап, республика, район кимәлендә танылыу алған, колхозды данға күмгән. Малсыларҙы, игенселәрҙе, механизаторҙарҙы, белгестәрҙе, етәкселәрҙе айырым төркөм-төркөм итеп алға сығарғас, улар хәтирәләре менән уртаҡлашты. Хужалыҡ ветерандары үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашҡанда шатлыҡтарын йәше-рә алманы: ҡыуаныстары уларҙың йөҙөнә сыҡҡан ине.
Тормоштар үҙгәреп киткәс, бар ойошмалар тип әйтерлек ҡыҫҡартыуҙарға дусар ителгәс (уның ҡарауы, магазиндар сәскә ата), биналар, хужалыҡ йорттар ы ташландыҡ хәлгә ҡалғас, ниһайәт, колхоздың юбилейын билдәләйбеҙ! Үкенесле лә, моңһоу ҙа, шул ваҡытта ул мәлдәге хеҙмәтсәндәр өсөн күрешеү шатлығы ла. Бының кеүек саралар йышыраҡ булһа ине. Хеҙмәт кешеләренең халыҡ алдында үткәндәрҙе иҫкә алып һөйләүҙәре, сығыштары мөһим, сараға килеүселәрҙең алҡышлауы уларҙың хеҙмәттәренә юғары баһа булып яңғыраны.
Һәр төбәктең, ауылдың һоҡ-ланып, ғорурланып һөйләрлек эштәре аша бер нисә дәүерҙе үҙенә берләштергән көслө лә, намыҫлы ла шәхестре, етәкселәре була.
1969 йылдың 6 мартында
колхоз ағзаларының дөйөм
йыйылышында рәйес Хәбибнәжәр Һиҙиәт улы хаҡлы ялға китеү сәбәпле, уның урынына
быға тиклем Сибай совхозында
Үҙәк бүлексәлә идарасы
булып эшләүсе
Исрафилов
Фрунзе Һиҙиәт улы
һайлана.
Тәжрибәле етәксе ең һыҙғанып эшкә тотона. Колхозсыларға эш хаҡтары түләү, заманса технология менән эшләү, идара итеү алымдары ла яңыса үҙгәртеп төҙөлә. Колхоздың йәшәйешендә Исрафилов осоро башлана. Элекке һымаҡ һауынсыларҙың эш хаҡы һауылған һөттөң күләменә ҡарап түгел, ә һөттөң ҡуйылығына ҡарап түләнә. Һөттөң анализын алыу өсөн лаборант штаты булдырыла. Һауынсылар һәм малсыларҙың эшкә ҡарашы ҡырҡа үҙгәрә. Малдар өсөн яңы аҙбарҙар төҙөү башлана. «Ҡолама тауы» башында һыу башняһы төҙөлә, һыу Түбәнге Иҙрис ауылына һәм фермаларға ебәрелә. 50 дана умарта, йөн тетеү, теген машиналары, ағас эшкәртеү станоктары, пилорамдар, ҡаҙҙар һатып алалар. Халыҡтың көнкүрешен, йәшәү шарттарын хәстәрләй Фрунзе һиҙиәт улы. Икмәк бешереүсе Сәфиулина Фәриҙәгә бар шарттары булған пекарня төҙөтөп бирә. Ул бөгөнгө көндә лә ауылда икмәк бешерә.
Фрунзе Һиҙиәт улы тулҡын-ланып был турала хәтер һандығын бушатты. Һауын-сы һәм малсы, механизатор һө-нәрҙәрен данлаған заманалар ки-ре ҡайтмаҫ инде. Хатта ул осорҙа мәктәпте тамамлаусыларға «Бөтә класс менән колхозға!» тигән девиз ҡуйылды.
1991 йылда Фрунзе Һиҙиәт улы Башҡорт тау-байыҡтырыу ярҙамсыл «Дружба» хужалығына эшкә ебәрелгәс, колхозды артабан йәш белгестәр Фәнил Рәхимйән улы Мостафин, Рөстәм Рафаэль улы Сәитов, Фирғәт Факий улы
Абдулов, Иршат Рәүф улы Аҡбулатов, Рафаэль Сабир улы
Салихов, Риф Ниғәмәт улы Мазһаров етәкләй.
Колхоздың үҫешенә үҙҙәренең фиҙакәр хеҙмәтен һалған Социалистик Хеҙмәт геройы Гәүһәр Фәйзуллина, БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы Мәрйәм Дәүләтшина, Ленин ордены кавалеры Ғәйфулла Рәхимов, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған Дәүләтов Нурмөхәмәт, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Почет билдәһе кавалеры Әлфиә Вәлиева кеүек шәхестәр хәтерҙән бер ваҡытта ла юйылмай.
Саҡырылған ҡунаҡтар, колхозда эшләп киткән белгестәр ул дәүер тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. 1958 йылдан башлап колхоз тарихын яҙған иҡтисадсы Диярова (Маннапова) Рәйсә Ғәли ҡыҙының сығышы бик фәһемле булды. Баймаҡ башҡорттары Ҡоролтайы ҡор башы Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин, район хакимиәте исеменән Шәрипов Азат Булат улы бер төркөм алдынғы колхозсыларҙы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Шулай уҡ Ҡолсора ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ишмырҙин Ришат Садиҡ улы ла ауылдаштарына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Сараның йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барыуы йыйылған халыҡты дәртләндереп, күңел-дәренә хуш килде, онотолмаҫ минуттар бүләк итте. Йырсылар, бейеүселәр, ҡумыҙсылар, гармунсылар ансамбле үҙҙәренең оҫталыҡтары менән беҙҙе хайран итте. Бигерәк тә йәштәрҙең, уҡыусы балаларҙың сығыштарына һоҡланып тамаша ҡылдыҡ. Был ансамблдәрҙең етәксеһе—сараны алып барыусыларҙың береһе –Халиҡова Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. Уның ижади, талымһыҙ эшенә рәхмәт!
Сараның сценарийын
Ҡолсора ауылының,
Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге колхоздың
тарихын китап итеп яҙып киләсәк быуынға тапшырыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе
хеҙмәт һәм матбуғат
ветераны, Сәғит Мифтахов
премияһы лауреаты,
«Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән бүләкләнеүсе, «Баймаҡҡа фиҙакәр хеҙмәт өсөн»
билдәһе кавалеры
Салауат Хәбибрахман улы Мөхәмәтшиндың
«Данлы, ырыҫлы төйәгем»
китабы буйынса төҙөгәндәр.
Салауат Мөхәмәтшин
1957 йылдан бөгөнгәсә
район, республика матбуғатында мәҡәләләр менән сығыш яһай.
Әлеге сараны ойоштороуҙа улы Азамат менән
күп көс һалған.
Уларға оло рәхмәтлебеҙ!
Сара һуңында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Флүрә Туйсина шул йылдарҙа бергә эшләгән коллегалары хаҡында һөйләне һәм колхозсыларға бер нисә йырын бүләк итте.
Ғөмүмән, матур хәтирәләргә, йыр-моңға үрелеп барған сара барыһына ла оҡшаны.
Бындай форматтағы юбилейҙарҙы башҡа хужалыҡтарҙа ла ойошторғанда
бик яҡшы булыр ине.
Хазина Исҡужина.

Автор:
Читайте нас