Вәсил бала саҡтан ҙур хужалыҡ тураһында хыялланыуын һәм ваҡыт үтеү менән дәүләт ярҙамы менән үҙенең хыялын тормошҡа ашыра алыуын белдерә. Ҡатыны Эльвира уны һәр саҡ хуплай һәм ярҙамлаша. Улар иртәнге сәғәт 7-нән киске 10-ға тиклем эшләй. Улдары Иштуған һәм Инсаф та ярҙамға килә.
Хужалыҡта етештерелгән һөт Баймаҡтың «ЭкоПродукт» компанияһына тапшырыла. Күптән түгел Шәйәхмәтовтар һауымды арттырыу өсөн голштин тоҡомло һыйырҙар һатып алған. Вәсил өлгәшелгәндәр менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Ул хужалыҡты киңәйтеү, күберәк һыйыр һатып алыу һәм һөт етештереү күләмен арттырыу хаҡында хыяллана.
Яңы эш башлаған фермерҙарға ул ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫҡа, үҙ алдына маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшеү өсөн ышаныслы аҙымдар менән алға бырыуҙарын теләй.
Сығанаҡ: Баймаҡ районы хакимиәтенең «Бәйләнештә» төркөмөнән.