Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Ғинуар 2025, 22:50

Уҡыу йортоноң абруйы ҙур

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенттары Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын тәрбиәүи сара менән асҡан. Төбәктә юғары квалификациялы ауыл хужалығы кадрҙары әҙерләү менән шөғөлләнгән иң төп уҡыу йорто коллективы тәрбиәүи эштә патриотик йүнәлеште өҫтөнлөклө һанай.

Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Уҡыу йортоноң абруйы ҙур

 

-Беҙ – ер кешеләре, шуның өсөн дә йәш быуында илебеҙгә, республикабыҙға, тыуған  еребеҙгә ҡарата илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләү маҡсатын ҡуйҙыҡ. Ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә беҙ бөтә көстө һалырға, районыбыҙҙың хеҙмәт геройҙарына тиң  егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫтерергә тейешбеҙ, ти уҡыу йорто директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Илдус Зәйнуллин.

 Бер үк ваҡытта рухлы, белемле, аҡыллы, заманса ҡарашлы шәхес тәрбиәләү маҡсатында уҡыу йортонда кадет төркөмө булдырылған. 25 кадет бар өлкәләр буйынса ла үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, ысын Ватан һаҡсыһы булараҡ тәрбиәләнә. 

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы – Баймаҡ районының төп уҡыу йорттарының береһе, уны тамамлаусылар ауыл хужалығында, сәнәғәттә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләй, эшҡыуар булып китә. 2022 йылда уҡыу йорто корпустарын һәм оҫтаханаларын ремонтлауға 56,5 миллион һум аҡса бүленгән. Бинаға инеү төркөмө, фойе, ашхана, тамаша һәм спорт залдары яңыртылған, коммуникациялар тулыһынса алмаштырылған.

-Электән эшсе һөнәр үҙләштерергә йәштәрҙе ылыҡтырып торған уҡыу йортоноң капиталь ремонттан һуң тағы ла абруйы артты,--ти Илдус Әдиф улы.- Заман нисек кенә алға китмәһен, эшсе ҡулдарға әле лә ихтыяж ҙур. Беҙҙең иңдә иҡтисадтың төрлө тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү буйынса ҙур яуаплылыҡ ята. Йәштәр яҡшы, заманса шарттарҙа белем алыу һәм йәшәү өсөн беҙҙең колледжға бик теләп уҡырға килә. Күрше райондарҙан, хатта күрше күрше өлкәләрҙән дә ҡыҙҙар-егеттәр килеп, теләгән һөнәрҙәрен үҙләштерә. 

Урал аръяғының агросәнәғәт колледжы бай тарихҡа эйә. 1975 йылда Баймаҡта 29-сы һөнәри-техник училище булараҡ үҙ эшмәкәрлеген башлаған уҡыу йорто  1984 йылда 105-се һөнәрселек училищеһы, 2012 йылдан һөнәрселек лицейы итеп үҙгәртелә. 2015 йылдан эшмәкәрлеген Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы булараҡ  дауам итә һәм ул Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, 105-се һөнәрселек училищеһын, Әбйәлилдәге 93-сө һөнәрселек училищеһын һәм Иҫке Собханғолдағы 132-се һөнәрселек училищеһын берләштергән ҡеүәтле уҡыу йорто булып һанала. 

Үҙенең эшмәкәрлек осоронда колледж Урал аръяғы райондары өсөн 15 меңдән ашыу белгес – тракторсы-машинистар, автомобиль водителдәре, электр һәм газ менән  иретеп йәбештереүселәр, автомеханиктар, йорт хужабикәһе, теген машиналары операторҙары, электриктар һәм башҡа һөнәр эйәләре әҙерләп сығарған.

Әлеге көндә уҡыу йорто ауыл хужалығы өсөн “В”, “С”, “D”, “Е”, “Ғ” категориялы тракторсы-машинист, “С” категориялы автомобиль водителе, иретеп  йәбештереүсе, ауыл хужалығы производствоһында электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, электр ҡоролмаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү буйынса электромонтер, үҫемлекселек мастеры, 11 класс базаһында иретеп йәбештереүселәр һәм теген машинаһы операторҙары әҙерләй. Тракторсы-машинисҡа уҡыусылар өҫтәлмә рәүештә бөгөн бик кәрәкле булған бульдозерсы, экскаваторсы, тейәүсе (погрузчик) һөнәрҙәре лә алып сыға. Шул уҡ ваҡытта инвалид  балалар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн “Ашнаҡсы”, “Ағастан художестволы әйберҙәр эшләү оҫтаһы” һөнәрҙәренә 10 айлыҡ курстар эшләй. Бер үк ваҡытта беҙҙә иретеп йәбештереүсе, ашнаҡсы, токарь танытмалары ла алырға мөмкин. 

Колледжда һәм уның барлыҡ филиалдарында ла юғары квалификациялы белем алыу, ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү һәм артабан үҫеү өсөн бөтә  мөмкинлектәр бар. Баймаҡтағы колледж, мәҫәлән, 600 урынға иҫәпләнгән уҡыу корпусы, 5 ҡатлы ятаҡхана, 200 урынлыҡ ашхана, спорт залы, китапхана, медпункт,  акттар залы, автодром, йылы гараждары булған машина ихатаһы, оҫтаханаларға эйә. Урғаҙалағы филиалда иһә уҡыу корпусы 450 урынға тәғәйенләнгән, бында бөтөн  уңайлыҡтар булған 5 ҡатлы ятаҡхана, 329 урынлыҡ ашхана, спорт залы, китапхана, актовый зал, автодром, машина ихатаһы һәм оҫтаханалар бар. Спорт  майҙансыҡтарында, тренажер залдарында уҡыусылар теләп шөғөлләнә. Әйткәндәй, башҡа филиалдарҙа ла, йәғни Бөрйәндә һәм Әбйәлилдә лә ошондай яҡшы шарттар  тыуҙырылған. 

Студенттарҙың практик белемдәрен нығытыуға колледжда ҙур иғтибар бүленә. 242 гектар биләгән уҡыу баҫыуында төрлө иген, техник, майлы культуралар үҫтереү яйға һалынған.

 Егеттәр унда үҙҙәренең тәүге һөнәри оҫталығын һынап ҡарай, техникаға ултыра, игенсе һөнәренең серҙәрен үҙләштерә. Бынан  тыш, улар райондың алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында производство практикаһы үтә, ысын хеҙмәт сынығыуы ала. Уҡыу  йорто биләмәһендәге участкала иһә ҡыҙҙар күпләп йәшелсә һәм картуф үҫтерә, был иһә ҡыш студенттарҙы ашханала туҡландырыуға үҙ өлөшөн индерә. 

Уҡыу йортонда "Мәғариф" милли проектына ярашлы һөнәри оҫталыҡ хәрәкәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.  Студенттар республика кимәлендәге конкурстарҙа һәм ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында ойошторолған “WorldSkills Russia” һәм “Абилимпикс” конкурстары шуларҙың береһе булып тора.  Шул уҡ ваҡытта “Ашнаҡсы эше”, “Кондитер эше”, “Ағасты һырлап эшләү”, “Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Иретеп йәбештереү технологиялары” конкурстарында иң яҡшылары булып таныла.

Ауыл хужалығы эшсәндәрен, ер кешеләрен уҡытҡан һәм тәрбиәләгән уҡыу йортоноң киләсәге 

 

 

Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Уҡыу йортоноң абруйы ҙур
Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас