Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Сентябрь , 16:10

Баймаҡтар уңыш йыя

Баймаҡ районында урып-йыйыу кампанияһы көсәйә. 10 сентябргә ҡарата 15 130 гектар иген культуралары сабылған, 22 200 тонна иген һуғылған, уртаса уңыш 17,4 ц/га тәшкил итә. Ураҡҡа бөтә ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары тиерлек ҡушылдылар, көн һайын уңыш йыйыу темптарын әүҙем арттыра.

Баймаҡтар уңыш йыя
Баймаҡтар уңыш йыя

Был хаҡта Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе.
-Мал аҙығы әҙерләү буйынса 30 375 гектар үлән сабылған, был пландың 100 процентын тәшкил итә, 31 560 тонна бесән (95 процент), 15 480 тонна сенаж (103 процент) әҙерләнгән,-- тип яҙҙы Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Баймаҡтар уңыш йыя
Баймаҡтар уңыш йыя
Баймаҡтар уңыш йыя
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: