Ауыл хужалығы
12 Июня 2024, 07:15

Бойҙай таратҡан

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында Ҡорбан байрам уңайынан Нурбулат Халиҡов һәр бер өйгә берәр тоҡ иҫәбенән бойҙай таратып сыҡҡан. Был хаҡта Мөнирә Әхмәтова яҙа.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бойҙай таратҡанБойҙай таратҡан
Бойҙай таратҡан

"Иң оло байрамда ауыл халҡын ололап, хәйер саҙаҡаһына өй башы һайын берәр тоҡ бойҙай таратҡан Нурбулат Зөфәр улы Халиҡовҡа оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Дан өсөн дә, мал өсөн дә түгел, ә ауылдаштарын ҡыуандырып сауап алыусы ауылдашыбыҙҙың изге эштәре гел уң булһын, Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын, ғаиләһе шатлыҡта һәм муллыҡта йәшәһен, Хызыр Ильяс һәр саҡ юлдаш булһын. Рәхмәт, Нурбулат!" - тигән ул.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас