13 ғинуар Баймаҡ районы Мерәҫ ауылы мәҙәниәт йортонда "Ямантаев" крәҫтиән-фермер хужалығының йыллыҡ йомғаҡлау йыйылышы үтте. Хужалыҡ етәксеһе Ғиззәт Ғәбит улы Ямантаев уҙған йыл эш һөҙөмтәләре һәм киләсәккә пландары менән таныштырып үтте. Унан эшләп йөрөүсе алдынғы эшселәргә рәхмәт һүҙҙәре генә еткереп ҡалманы, бүләктәр ҙә тапшырҙы. МХО-ла йөрөүсе егеттәребеҙҙең әсәләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырманылар. Миңлегөл Рәис ҡыҙы Ямантаева улар өсөн һөт аҙыҡтарынан күстәнәс әҙерләгән. Ауыл хакимиәте башлығы Шамил Сәғәҙи улы Нәҙербаев ауылдаштарына эш урыны булдырыусы, Баймаҡ халҡын сифатлы һөт һәм һөт продукциялары менән тәьмин итеүсе Ямантаевтар ғаиләһенә рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе һәм Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Кисә һуңында Хәйбулла районы Аҡьяр ауылынан "Рух" төркөмөнең (етәксеһе Ю. Асҡаров) бай йөкмәткеле концертын бушлай ҡарап ҡыуанды ауылдаштары.
КФХ етәксеһе, ауылдашыбыҙ Ғиззәт Ғәбит улы Ямантаев йылда ошондай сара үткәреп килә. Үҙ эшселәре өсөн генә түгел ауыл халҡы өсөн дә был ҙур бүләк, байрам. Ауылдаштары сараға килеп, көслө алҡыштар менән ҡыуаныстарын уртаҡлашып, уларға дәрт-дарман өҫтәп, матур ял итеп ҡайттылар.
Рафиға Газина, Мерәҫ ауылы китапханасыһы.