Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Октябрь 2023, 14:20

Игенселәргә--дан!

Бөгөн Баймаҡ ҡалаһының Халыҡ ижады үҙәгендә, ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, райондың алдынғы эшселәрен тәбрикләү сараһы булып үтте.Бер төркөм алдынғылар араһында Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативының механизаторҙары Айрат Туйсин һәм Фәнил Ғәйетбаев та бар. Фәнил Мәтин улы " Һөнәре буйынса иң яҡшыһы " исеменә лайыҡ булһа, Айрат Азамат улы иһә, районда ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн район хакимиатенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.Үҙ эштәренә яуаплы ҡараған, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән эшсәндәрҙе ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ.

Игенселәргә--дан!
Игенселәргә--дан!


Игенселәргә, ялан батырҙарына дан!

 

Альбина Байегетова, Баймаҡ ТВ хәбәрсеһе.

Автор:Резеда Валиева