Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Июнь 2023, 17:05

АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА

Күптән түгел Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко ауыл тормошон популярлаштырырға, бының өсөн интернет-майҙансығын файҙаланырға һәм блогерҙарҙы йәлеп итергә саҡырғайны. Тик ауыл тормошон интернет аша маҡтап ҡына ауылға йәштәрҙе ҡайтарып буламы? Ай-һай… Ауылды маҡта ла, ҡалала тор, тигән һымаҡ, бөгөн күптәр ауылға ял итергә, йәйен йылғала, күлдә һыу инергә, ҡышын тауҙан шыуырға, ҡаймаҡ ашарға ғына ҡайта тип әйтергә була… Ә бит һөтлө, майлы, ҡаймаҡлы, итле булыу өсөн  иртә таңдан ҡара кискәсә мал ҡарарға, йәй буйы бесән сабырға, уға ем йүнләргә лә кәрәк. Унан тыш аҡса килтерерҙәй эшеңдең, балаларыңа мәктәптең, уларҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн төрлө түңәрәктәрҙең булыуы мөһим. Эйе, бөгөн ауылдан китмәй, шунда нисек тә төпләнергә тырышҡан, үҙенең эшен асып маташҡан йәштәребеҙ һирәк булһа ла бар. Шундайҙарға ярҙам итеү, аяҡ салмау, уларҙы өлгө итеп ҡуйыу зарур.

АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА
АУЫЛ КИЛӘСӘГЕ - ЙҮНСЕЛДӘР ҠУЛЫНДА

Йүнсел, тырыш егеттәрҙең береһе Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәй. Ул—Ғәзиз Әхнәф улы Фәттәхов, 29 йәштә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, шәхси хужалығын үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал эш алып бара. Мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында ла, Себер тарафтарында ла эшләп ҡараған. Сит яҡтың үҙен дә, климатын да үҙ итә алмаған. Шулайҙыр... Ирәндек тауына һыйынып ҡына ултырған, күркәм тәбиғәтле ауылды ташлап нисек сығып китмәк кәрәк?! Ысынлап та, Күгиҙел бик ныҡ матур ерҙә урынлашҡан: һәр яҡлап тау уратҡан, йығалар аға, шишмәләре күп, һауаһы саф. Йәннәт баҡсаһын, әлбиттә, күргәнебеҙ юҡ, әммә тәбиғәтенең хозурлығы менән был ауыл ожмахтан әллә ни ҡалышмайҙыр… Ҡасан да килеп ошо ауыл юҡҡа сығасаҡ тиһәләр йән әсер ине. Эйе, мәлендә бында “Һәүәнәк” совхозы гөрләп эшләп торған. Колхоз-совхоздар тарҡалғас, башҡа тарафтарҙағы кеүек үк халыҡ баҙап ҡала, шәхси малына таянып йәшәр булып китә, ә йәштәр ситкә китә башлай. Балалар һаны аҙайғас, мәктәп тә башланғысҡа ҡалып, бер нисә ауыл балалары күрше ауылда уҡый. Ауыл киләсәгенә өмөт һүрелә барғанда, үҙ ауылын яратҡан, унда төпләнгән, эш асҡан егеттәрҙең булыуы ҡыуандыра, һоҡландыра, ниндәйҙер ышаныс бирә. Нәҡ Ғәзиз кеүек егеттәр ауылды тотоп килә, уның киләсәгенә өмөт уята, тиһәк һис арттырыу булмаҫ. Ул 2019 йылда үҙ эшен асырға ниәт итә һәм документтар йүнләп, шәхси крәҫтиән-фермер хужалығы асып, Һәмән ауылындағы фермер Ишморатовтан герефорд тоҡомло 20 баш мал һатып ала.

 

МӘҠӘЛӘНЕҢ ТУЛЫ ВАРИАНТЫ ГӘЗИТЕБЕҘҘЕҢ 23-СӨ ҺАНЫНДА. 9 июнь 2023 йыл.

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: