Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Октябрь 2022, 13:55

Ҡыпсаҡтар үҙҙәренекеләрҙе ташламай

Йылайыр районының Ҡыпсаҡ ауылында оло йөрәкле кешеләр йәшәй. Ҡәнзәфәр ауыл хакимиәте хеҙмәткәре Миңлеғәле Йомағолов, Илдар Хәсәнов, Зәйнулла Аҡҡужин, Фәнил Әжибаевтар махсус хәрби операцияла йөрөгән ике егеттең ғаиләһенә ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләп биргән. Уларҙың береһе Доставалов батальонында хеҙмәт итә.

Ҡыпсаҡтар үҙҙәренекеләрҙе ташламай
Ҡыпсаҡтар үҙҙәренекеләрҙе ташламай

– Беҙҙең ауыл биләмәһенән 6 ир-егет өлөшләтә мобилизацияға эләкте. Уларҙың ғаиләләренә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ,-ти Миңлеғәле Йомағолов.

Кеше тормошона битараф булмаған ир-егеттәргә ҡылған изгелектәренең сауаптарын насип итһен!

 

 
Автор:Гульдар Кадаева