АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Сентябрь 2022, 09:12

Ҡаҙын йолҡоп биргәндәр

Ололар көнө алдынан һәр кем изгелек эшләп, өлкән быуын вәкилдәренә ихтирам, иғтибар күрһәтергә тырыша.


Хәйбулла районының Үрнәк ауылы әүҙемселәре ауылдаштары Ҡужина Зәкиә Йосоп ҡыҙының йортона барып 🪶ҡаҙ өмәһе уҙғарған.Ир-егеттәр ҡоштарҙы салып, өтөп бирһә, ҡатын-ҡыҙҙар йөнөн йолҡҡан, эсен ярған һәм тап-таҙа итеп йыуған.
Ҡулығыҙҙан һөйөнөгөҙ!
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай!
Ә һеҙҙең яҡта ололар көнөн нисек билдәләйҙәр?
Комментарийҙар яҙығыҙ, фотолар ҡуйығыҙ.

Автор:гульдар кадаева