Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Сентябрь 2022, 09:36

Картуфты ултыртыуы бер ни түгел, бына ҡаҙып алыуы...

Картуфтар һөйләшә икән: - Миңә адвокат кәрәк! - Файҙа юҡ. Барыбер ултырталар,-тигән икенсеһе... Өсөнсөһө әйтә:


-Көҙгөһөн сығарһалар ҙа, барыбер язалаясаҡтар, тирене һыҙырып, ҡайнар һыуға һаласаҡтар, йә күмергә ташлаясаҡтар. Унан ҡотолһаҡ та, ҡыш буйы һыуыҡ зинданда тотоп, яҙ кире ултыртасаҡтар.
Дүртенсеһе әйтә:
-адвокатҡа аҡса әрәм итмәйек, көҙгә ҡарай сығарып алалар ул!
Бишенсеһе әйтә тей: "Һыуыҡ зиндан шурт с ним, йәй буйы балалаталар ишеү!!!
Алтынсыһы:
- Нуу, йәйгеһен ҡыйын инде, сәс үҫеп китә, аныһы бетләй килеп тороп, шунан ағыулап ташлайҙар, ҡуй инде
Етенсе :
- Hey, do not speak
Һигеҙенсе :
- Ыста, быныһы кем тағы, әллә нимә һөйләй?
Туғыҙынсы:
- Эй, ул негритос та инде, кем белһен нимә һөйләгәнен 
Шунан теге :
- Сығышым сит илдән булһа ла, ошо Башҡортостанда тыуып үҫкәнмен, шуға башҡортса ла аңлайым, һөйләшәм, йәшәһен башҡорт теле 💞💕💓, тип әйтә тей.
Быны ишетеп ҡалған башҡа 🥔🥔🥔тәгәрәп ятып аптырағандар, тей😲😳😯👀
Унынсы кәртүк
"Мин..."- тип ауыҙ асып өлгөрмәгән, уны, эх, йәй уртаһында тәмле ысвижий кәртүк, тип, һоғоноп та ҡуйғандар 😂
Ун беренсеһе зарлана икән:"Синеглазка, тип күҙемде соҡоп алып бөттөләр ,әллә нисә ояға сәсәбеҙ,тип". 😂😂😉🤭🤪😆Кешеләр,әйҙәгеҙ,кешелекле булайыҡ!Ултыртмайыҡ та,язаламайыҡ шул картуфтарҙы!!!🙏🙏

ә һеҙ картуфығыҙҙы ҡаҙып алдығыҙмы?
эйе
юҡ
Яуап
Автор:гульдар кадаева