Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Август 2022, 10:48

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа

Баймаҡ районында урып йыйыу эштәре әүҙем бара. Былтыр ҡоролоҡ арҡаһында ҡояш аҫтында иген янһа, быйыл иһә уңыш яҡшы булмаҡсы. Әйтәйек, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуҙарында уңыш гектарынан 26 центнер тәшкил итә, әле ваҡытта иген ҡырҙарында 3 комбайн һәм 2 урғыс эшләй.  

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа
Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа

-Таулыҡай һәм Сыңғыҙ ауылдарында Һаҡмар йылғаһы аша күперҙәрҙе ҡараныҡ, уларҙы ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул иттек, -- тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Фото һәм мәғлүмәт Фәнис Әминев диуарынан.

Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа
Баймаҡ районында урып-йыйыу эштәре ҡыҙғандан-ҡыҙа
Автор:Гульдар Кадаева