Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Август 2022, 08:35

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына етте сират

Иҫәнбәт (рус. Исянбетово) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 205 кеше булған. Ауылға 1727 йылда 1735—1740 һәм 1755 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары башлыҡтарының береһе Сураш Ҡалмырҙин нигеҙ һалған. Иҙрис ауылынан бер нисә тиҫтә ғаилә күсенеп килгән. 1834 йылда ауылда — 197, 1859 йылда — 400, 1920 йылда — 663, 1989 йылда — 210, 1999 йылда 220 кеше йәшәгән.

Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына етте сират
Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына етте сират

1930 йылда ауыл халҡы «Көрәш» колхозына берләшә.

1957 йылда ауыл Күсей бүлексәһе составында «Сибай» совхозына инә, ә 1965 йылда яңы ойошторолған «Ирәндек» совхозына күсерелә.

Ауыл халҡы малсылыҡ менән шөғөлләнә, көтөүле йылҡысылыҡ — иғтибар үҙәгендә була.

 

Автор:Гульдар Кадаева