АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
14 Октябрь 2021, 16:00

Бергә эшләүҙәре еңел

Баймаҡ районының Һаҡмар ауылынан Илфат Сәфәрғәлиндың крәҫтиән-фермер хужалығы төбәктә тотороҡло эшләүсе, йылдан-йыл үҙенең производство ҡеүәттәрен арттыра барыусы предприятиеларҙан һанала. Йәш фермер ауыл хужалығы культураларын үҫтереү, мал үрсетеү бер рәттән, иттән ярым фабрикаттар етештереү цехы асып, төбәк халҡын сифатлы продукцияһы менән ҡыуандыра, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйып эшләй. Әйткәндәй, Сибай ҡалаһының Көнсығыш биҫтәһендә Илфат Сфәрғәлин асҡан “Һаҡмар фермеры” магазинынан ауылда етештерелгән йәнең теләгән тәбиғи ризыҡты һатып алырға мөмкин.

Бергә эшләүҙәре еңел
Бергә эшләүҙәре еңел

Илфат Шәфҡәт улы Сәфәрғәлин предприятиеһын ысын мәғәнәһендә ғаилә бизнесы тип тә атарға мөмкин. Сөнки производствоның һәр участкаһында был ҙур ғаиләнең барлыҡ ағзалары ла ихлас ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәгә ирешә. Илфат Шәфҡәт улы дөйөм хужалыҡ менән етәкселек итһә, ҡатыны Гөлфиә ҡыҙы Айгүзәл менән бергә көн дә еңел автомобилдә Сибайға цехта етештергән аҙыҡ-тлекте ташый. Һаҡмарҙа сығарылған ярым фабрикаттарға һорау бик ҙур һәм күрше ҡалала махсус магазин тотоу үҙен тулыһынса аҡлай.

--Шул тиклем шәп магазин асылды. Йылҡы, һыйыр, ҡош-ҡорт ите өҫтө-өҫтөнә килетерелеп тора. Ҡаймаҡ, ҡорот, май, эремсектәре лә бик тәмле. Ауылда йәшәгән кеше кеүек, быйыл йәй буйы рәхәтләнеп тәбиғи ризыҡ менән туҡландыҡ. Рәхмәт, Һаҡмар фермерына! Үҙебеҙҙеке үҙебеҙгә шәп,--тип маҡтаны Илфат Сәфәрғлин хужалығында етештерелгән хәләл ризыҡты ҡулланыусы Айгөл Исҡужина.

Фермерҙың атаһы--Шәфҡәт Зиннур улы һәм әсәһе Зифа Рәхимйән ҡыҙы ла, хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, улдарының һәр башланғысын хуплап, уға һәр саҡ ярҙам итә, үҙ өлгөләрендә ейәндәрендә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй. Ейәндәре Илнур һәм Батыр эшкә шәп: йәй буйы еңел автомобилгә тағылма тағып, быҙауҙар өсөн ҡырҙан бесән, атаһының баҫыуҙарынан иген ташып ашата.

Әлбиттә, быйылғы ҡаты ҡоролоҡ уңышлы ғына эшләп килгән хужалыҡҡа ла йоғонто яһамай ҡалмаған. Предприятие эшселәре ҡышҡа етерлек бесәнде Архангель районында бер нисә аҙна ятып, 400 тонна бесән әҙерләп алып ҡайтҡан. Мал аҙығы әҙерләүҙә Ирек һәм Зәбир Баймөхәмәтовтар, Нәғим Вәлишин, Алмас Сәғитов ҙур тырышлыҡ күрһәткән.

Бынан тыш фермер ҡышҡылыҡҡа һутлы аҙыҡ һалыу өсөн 100 гектарҙағы судан үләне һәм 100 гектарҙағы һоло сәсеүлектәре файҙаланған. Дөйөм алғанда, хужалыҡ 200 баш һыйыр малын имен ҡышлатыу өсөн етерлек мал аҙығы туплаған.

“И.Ш. Сәфәрғәлин” крәҫтиән-фермер хужалығының иген культуралары майҙандары 600 гектарҙы биләп, шуның 200 гектарын һоло, 200 гектарын арпа, 100-әр гектарын бойҙай һәм судан үләне тәшкил итә. Нисек енә булмаһын, төп көс ашлыҡты сабыуға һәм урып-һуғыуға йүнәлтелгән. Игенде яҫмаларға һалыуҙа ЖВЗ-7 урғысы менән Зәбир Рамазанов, йыйыуҙа комбайнсы Зәбир Баймөхәмәтов намыҫлы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән. Баҫыуҙан ашлыҡ ташыуҙа ГАЗ-53 автомобилен йөрөтөүсе Айтуған Мәһәҙиев һынатмаған. Төшөм дә йылына күрә насарҙан түгел--һоло гектарынан 7 центнер уңыш биргән.

Шуныһы һөйөнөслө: Илфат Шәфҡәт улы дәүләт программаларында һәр саҡ әүҙем ҡатнаша һәм еңеп сыға. Әле ул “Ғаилә малсылыҡ фермалары” проектында үҙ көсөн һынап ҡараған. Был иһә ҡеүәтле һәм күң яҡлы производствоны артабан үҫтереү мөмкинлеге бирәсәк.

 

Автор:Гульдар Кадаева