Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Сентябрь 2021, 09:25

Йәш фермерҙың эштәре көйлө

Йыл ҡоро һәм эҫе килгәнгә күрә ауыл хужалығы эшсәндәре мул уңыш йыйып алыуға өмөт итмәй. Баймаҡ районының Йәнйегет ауылы фермеры Алмас Ҡоланбаев, мәҫәлән, булғанды йыйып алыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Яҙҙан ҡыҙҙарған ҡояш әле лә нурҙарын йәлләмәгәнлектән бында ураҡҡа башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә август башында уҡ төшкәндәр. Хужалыҡтың сәсеү майҙандары 780 гектар булып, шуның 350 гектарында бойҙай, 250 гектарында арпа, 100 гектарында һоло үҫтерелә, 80 гектарын иһә кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһы тәшкил итә. Әле бында һоло һәм бойҙайҙы йыйып алыу тамамланған, төп көс арпаға йүнәлтелгән. Кәрешкә менән һоло ҡатнашмаһынан бесән әҙерләнгән.

Йәш фермерҙың эштәре көйлө
Йәш фермерҙың эштәре көйлө

Иген культураларын урып-һуғыуҙа комбайнсы Ишмулла Сыңғыҙов, Айҙар Мәхмүтов һәм Миңлеғәле Ғәлин, ташыуҙа ГАЗ-53 автомашинаһында Илнар Ҡоланбаев һәм МТЗ-80 тракторында Самат Әхмәтов, һалам тейәүҙә Вадим Кираманов, ташыуҙа К-700 тракторында Фирғәт Садыҡов һынатмай. Эшселәр ҡоролоҡҡа ҡарамай үҫтергән игендең бер бөртөгөн дә юғалмаҫҡа тырыша, ни тиһәң дә йәйҙең бер көнө йылды туйҙыра,--ти фермер Алмас Фаил улы.

Игенселәр был майҙандарҙы урып-һуҡҡандан һуң көнбағыш баҫыуҙарына төшөргә иҫәп тота. Быйыл был культура игенселәрҙең күҙ терәп торған үҫемлеге, сөнки ул биу уңған. Баыуҙарҙан йыйылған бойҙай, һоло, арпа, башҡа иген культуралары Урал аръяғы элеваторҙары ҡураларына оҙатыла.

Сибай ҡалаһының күп профилле колледжын тамамлаған йәш фермер Алмас Ҡоланбаев ер ҡәҙәрен яҡшы белә. Шуға ла ул башҡа тиңдәштәре кеүек ҡалала ҡалырға тырышмай, ә тыуған төйәгендә төпләнергә ныҡлы ҡарар итә. Сөнки бәләкәйҙән атаһы, барлыҡ хеҙмәт юлын “Сибай” совхозын үҫтереүгә арнаған Фаил Исрафил улы уға маяҡ була һәм ул уның юлын уңышлы дауам итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һәм бер яңылышмай егет, 2014 йылдан алып атаһы ойошторған крәҫтиән-фермер хужалығында эшләй. Ошо йылдар эсендә ул ярайһы тәжрибә туплай, фермерлыҡ нескәлектәрен үҙләштерә, производство менән етәкселек итергә өйрәнә. Һәм бынан ике йыл элек үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын аса. Бөгөн инде аталы-уллы бергәләп предприятиены үҫтереү өсөн бар көстәрен һала, Татлыбай ауыл биләмәһенең тормошонда ҙур роль уйнай. Башҡорт дәүләт аграр университетында йәш фермер мәктәбе һабаҡтарын үтеү ҙә уға үҙ эшен башлауҙа этәргес көс бирә.

Әле Ҡоланбаевтарҙың фермер хужалығы урып-йыйыу эштәре менән бер рәттән, малсылыҡ тармағын ҡышҡа әҙерләү менән дә шөғөлләнә. Ни тиһәң дә уларға 250 баш эре малды ҡышлатырға кәрәк. Бының өсөн, билдәле, ныҡлы аҙыҡ базаһы талап ителә. Әле улар 2 эҫкерт бесән әҙерләгән, тағы ла берәүҙе ҡойорға иҫәп тоталар. Былтырҙан ҡалған эҫкерттәр, фураждар ҡышлау миҙгеленә шикләнмәйсә аяҡ баҫырға ярҙам итә.

Автор:Гульдар Кадаева