АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июль 2021, 09:00

Аптыраған утын Моҡасҡа барып килде

Кисәге утын темаһын дауам итеп… ...Шул арала ағайым барып автомобиле арбаһына утын тейәп тә килеп етте. Шулай күршенең йорто алдында өйөлгән утын тик ятҡанда беҙҙең ауылға барып урап та килде. Яҙған мал тиҙәрме әле? Әллә аптыраһаң Моҡасҡа бар тиҙәрме? Тулыраҡ сайтта.

Аптыраған утын Моҡасҡа барып килде
Аптыраған утын Моҡасҡа барып килде
Аптыраған утын Моҡасҡа барып килде
Аптыраған утын Моҡасҡа барып килде

Йәй уртаһы ҡалала йәшәүселәр өсөн диңгеҙ буйында ял булһа, ауыл халҡы өсөн бесән сабыу, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү осоро бит инде. Әсәйемде быйыл ауылда ҡышҡылыҡҡа ҡалдырмаҫҡа, үҙебеҙгә ҡала янындағы ҡасабаға алып ҡайтырға иҫәп. Шуға яғыулыҡ әҙерләүҙе хәстәрләмәйбеҙ. Бесәнлекте лә кешегә бирҙек. Һыйырын ниһайәт, һуйҙыҡ.

Күршем утын һата. Бер беҙгә килгәнендә күршене осратып утын алып кил, хаҡын бирәм, тигән бит әсәйем. Уныһы шуны ғына көткәндәй, йорто алдында ярылып ятҡан тау шикелле бер машина утынды тейәп алып барып та ауҙарған. Иртәгеһенә таң менән әсәйем шылтырата:

--Өлкән ағайыңа әйттем, хәҙер прицебын тағып килеп һеҙгә утын алып барып ташлай,--ти.

--Әсәй, беҙгә утын кәрәкмәй! Ул утын бит беҙҙең ҡаршы өй алдында ятып кипкәндән һуң һиңә алып барылды. Әйтһәң, ошо утынды һеҙгә һатып алып бирәм тип, мин шунан ғына ташыр ҙа алыр инем,--тием.

--Мин биргәндә ал! Мунсаны һеҙҙә төшәм бит! Шуға утын алып барҙыртам,--ти быным ярһып.

Шул арала ағайым барып арбаһына утын тейәп тә килеп етте. Шулай күрше өй алдында ятҡан утын тик ятҡанда беҙҙең ауылға барып урап та килде. Яҙған мал тиҙәрме әле? Әллә аптыраһаң Моҡасҡа бар тиҙәрме?

Автор:Гульдар Кадаева