Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Июнь 2021, 12:34

Еңеү беҙҙекеләрҙә!

Өфө ҡалаһындағы Таһир Күсимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының икенсе этабы үтте. Ярышта Баймаҡ районынан алты һәүәҫкәр жокей көс һынашты.

Өфө ҡалаһындағы Таһир Күсимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының икенсе этабы үтте. Унда Баймаҡ, Ишембай, Кушнаренко, Йәрмәкәй, Шаран, Благовещен райондары һыбайлылары ҡатнашты. Ярышта Баймаҡ районынан алты һәүәҫкәр жокей көс һынашты. Шулай итеп, беҙҙең шәп егеттәр: Динис Байғужин өсөнсө урынды ҡулынан ысҡындырманы, Инйәр Йортбәков бишенсе булды.
"Терра Башҡортостан" республика ат-спорт турниры 2019 йылдан алып йылҡысылыҡ һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы үҫтереү, тамашасыларҙы ат ярыштарына йәлеп итеү өсөн республикананың бөтә райондары араһында уҙғарыла. Уҙған йылда ярышта Башҡортостандың барлыҡ райондарынан һыбайлылар ҡатнашһа, быйыл райондар 12 этапҡа бүленеп ярышасаҡ.