Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Май 2021, 17:10

Баҫыуҙарҙа эш гөрләй

10 майға алынға мәғлүмәт буйынса республикала 864 мең гектар ергә орлоҡ һалынған да инде. Был пландың 43 процентын тәшкил итә. Сәсеү кампанияһы 25 майға тамамланырға тейеш.

Башҡортостан аграрийҙары тәүлегенә 100 мең гектар ергә һәр төрлө культура сәсә. Ҡоро, эҫе һауа торошо сәсеү темпын көсәйтергә мөмкинек бирҙе. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-пемьер—ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе.
10 майға алынға мәғлүмәт буйынса республикала 864 мең гектар ергә орлоҡ һалынған да инде. Был пландың 43 процентын тәшкил итә. Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, сәсеү кампанияһы 25 майға тамамланырға тейеш.
Техниканың яңы булыуы ла эште еңелләштерә. 2021 йылдың дүрт айында Башҡортостан 1 219 берәмек техника һәм ҡоролма алған. Уларҙың дөйөм хаҡы – 3,8 миллиард һум. Был уҙған йылға ҡарағанда күберәк. Ауырғазы, Илеш, Мәләүез, Туймазы, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондары лидерҙар рәтендә. Муниципалитеттар “Росагролизинг” программаһында әүҙем ҡатнаша. Яңы техника алыуға биргән ғариза күрһәтеүенсә, уға хаҡ 2,2 миллиард һумды үтеп китә.
Илшат Фәзрахманов ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен мөмкинлектәрҙе тулыһынса ҡулланырға саҡырҙы.
--Беҙгә туҡтарға ярамай, алынған темпты юғалтмаҫҡа кәрәк,--тине Башлыҡ Радий Хәбиров та.—Ауыл хужалығы алдында бурысыбыҙ бар икәнен дә иҫләйем, мотлаҡ уны ябасаҡбыҙ.
Эйе, ысынлап та әлегә сәсеү өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Мөһим эш тамамланғас, ямғырҙар яуыуын теләйһе генә ҡала.
Читайте нас: