Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2021, 10:25

Министр Баймаҡта

Баймаҡ районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килде. "Урал аръяғы-Агро" МТС-ының Баймаҡ филиалында мал аҙығы культураларын сәсеү башланған баҫыуҙы ҡараны. Артабан министр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә төбәктә яңы ғына асылған Хәлимов Ф.Ғ. хәләл һуғым пунктын, "Иген-Тау" кооперативының ит павильонын, "Толпар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм Ленин исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында башланған яҙғы баҫыу эштәре менән танышты. Һаҡмар ауылындағы "Дуҫлыҡ" ауыл хужалығы етештереү кооперативының ит эшкәртеү цехы эшмәкәрлеген ҡараны.Уның эш сәфәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәтте сайттан уҡығыҙ.

Баймаҡ районында эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов килде.
"Урал аръяғы-Агро" МТС-ының Баймаҡ филиалында мал аҙығы культураларын сәсеү башланған баҫыуҙы ҡараны. Артабан министр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проекты сиктәрендә төбәктә яңы ғына асылған Хәлимов Ф.Ғ. хәләл һуғым пунктын, "Иген-Тау" кооперативының ит павильонын, "Толпар" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм Ленин исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативында башланған яҙғы баҫыу эштәре менән танышты. Һаҡмар ауылындағы "Дуҫлыҡ" ауыл хужалығы етештереү кооперативының ит эшкәртеү цехы эшмәкәрлеген ҡараны.
Илшат Илдус улы район буйлап эш сәфәренә йомғаҡ яһап район етәкселегенә яҙғы баҫыу эштәрен сифатлы уҙғарыу өсөн барлыҡ көстө һалырға ҡушты.
#нацпроекты#миллипроекттар