АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Февраль 2021, 10:27

Ауылым, ауылҡайым минең...

Ауылды мил­ләт бишеге, тип юҡҡа ғына атаманым. Ошо бише­ге­­беҙ са­быйлы,телле, моңло, ҡо­т­ло, ырыҫлы булып оҙаҡ йыл­дар тирбәлһә ине. Әй­­ҙә­геҙ, шу­лай булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшлә­йек, ни тиһәк тә беҙ ҡат­лы-ҡатлы таш йорттарҙа ярал­ма­ға­н­быҙ, тамырҙарыбыҙ тыуған тупраҡта, беҙ - ер ке­ш­е­­­ләре!

Ауыл тормо­шо миңә үтә лә ҡәҙерле, яҡын, аң­лайышлы, бер һүҙ менән әйткәндә йә­немдә гелән уның наҙлы һу­л­ы­шы һул­ҡый.Ҡы­ҙғаныс­ҡа ҡаршы һуңғы йы­лдарҙа ана шул ауыл­дарҙың кө­н­ит­меше өҙлөк­һөҙ уйландыра, хәс­рә­т­кә һа­ла, йөр­ә­к­те өйкәй, йәнемә тынғ­ы­лыҡ бир­м­әй. Нисек йә­ш­әй, көн күрә бөгөнгө ауыл, ун­ың бул­мышы һәм ҡы­­лмышы ни хәлдә,­ әйт­е­рем ана шулар хаҡында. Был хаҡ­та ни өсөн һүҙ ҡуҙғаттым һуң әле, һәм яҙ­ға­нда­р­ым­дан ниндәй ҙә булһа фә­теүә сы­ғ­ы­р­мы? Бел­мә­йем. Әммә ер яҙмышы, төйәгебеҙҙең кен­д­еген тәш­кил иткән ауылдарыбыҙҙың киләсәге хаҡында уҡ­ыусылар­ым тағы ла бер та­п­­ҡыр уҡыһа, уй­ла­нһа, һи­пһенеп һәм һиҫкәнеп ки­­­т­һә, әйт­кән­дәремде төҙәтергә ын­ты­л­ып сәбәп ҡы­лһа уныһы ла ҙур эш.
Ер кешеһенең төп шөғөлө - һөрөү, сәсеү, урыу, мал аҫырау һәм тотош мир­ҙы ризыҡ менән туй­ын­дырыу. Ғүмер баҡый шулай булған һәм шулай булып ҡаласаҡ та. Әммә лә­­к­ин, ау­ыл һуңғы йылдарҙа бына ошо, үҙенә йөкмәтелгән тәғәйен, юғары, яуаплы бурысты үтәп еткермәй. Йы­л­а­й­ыр район­ы­ндағы әүәле гөрләп торған “Һа-быр” совхозын миҫалға килтерәм. Бө­гөн уның емерек нигеҙе яу үткән һуғыш яланын хәтерләтә; йылға аръяғындағы тибендә урынлашҡан элек­ке һы­й­ыр ферм-аһы, ыр­­­­ҙын та­ба­ғы, эсенә ашлыҡ тултырыу өсөн буйынан-буйына бура һуғылған оҙон келәттәр теҙмәһе, Өс Ҡарағай ҡалҡыулығында урынлашҡан машина-трактор паркы ер йотҡандай юҡҡа сыҡ­­­ҡан, икмәккә яғып аша­рлыҡ уң­дыр­ыш­лы тупраҡлы баҫыуҙарға бер ус орлоҡ сәс­е­лмә­г­ән, уларҙы сәүел ябып бара, бил быуарҙан билсән баҫҡан. Эшлектән сыҡҡан был сәсеү­лектәрҙе ҡабаттан аяҡҡа баҫ­тырыу мөмкинме икән? Мөмкин булған хәлдә лә был эш бик күп сы­ғымдар талап итәсәк. Бер һүҙ менән әйт-кәндә ерле халыҡ өс­өн бөтөрөлгән совхоз биләмәһендә эш тә ҡал­ма­ған, аш та юҡ. Кү­рше ху­жалыҡтарҙа ла хәлдәр маҡ­таныр­лыҡ тү­гел. Үткән быуат­тың 60-70 йылдар­ын­да ис­емдәре рес­пу­бли­кала киң билдә­ле «Башҡорт», «Юлдыбай», «Кө­н­ъяҡ Урал» сов­х­о­з­дар­ы­ның да ҡоро атама­һы ғына тороп ҡал­ған. Уй­лаһаң уйылып китерлек һорауҙарға яу­ап таба алмай ҡаңғырам ҡайһы саҡ. Ә бит ау­ы­л­да­ш­тар­ым йор һүҙле, ты­­­­рыш, эшһөйәр, уңған ке­ш­еләр, мин улар менән һәр ваҡ­ыт ха-ҡлы ғор­урлан­дым һәм ғорурланам. Ау­­ы­лымда үҙ ва­ҡ­ы­тында хеҙмәт батыр­лы­ҡ­­та­ры өсөн ор­ден­-миҙалдарға лайыҡ Сәлихйән Ата­н­ғо­лов, Фәғилә Атанғолова, Фаз­ыл­йән Ҡаҙна­ба­ев, Саб-ирйән Әбсәләмов, Зәйнулла һәм Әүхәҙей Ҡо­­ҙаш­ев­тар, йәш­әне һәм йәшәй. Хеҙмәт уң­ған­да­рының ошо исемлеген әллә күпме дауам итер­­гә булыр ине. Мәктә­бе­беҙҙән сыҡ­­ҡан фән до­к­торҙарын, фән ка­н­дидаттарын, ат­ҡаҙ­а­н­ғандаррҙы ошо теҙмәгә өҫ­тәп еб­әр­һәң Һа­быр­ҙың абруйы, бәҫе бер­мә-бер артып китә. Шу­ға ял­ҡаулыҡ һәм булд-ыҡ­һыҙ­лыҡ ау­ылда­ш­тар­ыма хас түгел, тип ауыҙ тултырып әй­тә алам. Тимәк, ау­ылдарҙың бөтөү­е­нә иң бер­е­н­­се уға ҡарата йү­н­әл­телгән сәйәсәт йоғ­онто яһай. Сәйәс-әтме, әллә битарафлыҡмы? Моғайын һуңғыһы ысынбарлыҡҡа тап киләлер. Иҫкә төшөрәйек әле, 60-сы йыл­дарҙағы Никита Хрущев башлап ебәргән ауылдарҙы ҙур­а-йтыу кампания­һын? Уның кире һөҙ­өм­тә­һен һәм эҙемтәһен бөгөн дә үҙ ел­кә­беҙ­ҙә тат­ый­быҙ. Тө­бәгебеҙҙе йәмләгән, мәлендә киләсә­ге­нә “перспек­тиваһыҙ” мөһө­рө ба­ҫ­ылған Шәм­сет­дин, Һыҙғы, Ҡәрйән, Ҡырым, Әлмөхә­м­әт ауыл­да­рының ни­геҙ тү­мәләстәре генә ятып ҡал­ған, уларҙа ҡасандыр кешеләр йәшәүе хаҡында ҡәбер таштары ғына һөйләй. Таш йөҙөнә соҡоп яҙылған исемдәрҙе лә ямғырҙар, ел-дауыл йыуып тигеҙләгән. Ел-ямғыр нимә, әҙәм хәтере тоҡос, үтә лә тоҡос, күп ҡәҙерле, кәрәк нимә онотола, хәтерҙән юйыла…
Минең тыуған төйә­гем­дәгеләй бөтөүгә дусар ителгән, трагик яҙ­мы­шлы ау­ылдар­ҙы иҫәп­ләй китһәң тотош Рәсәй буйынса улар меңәрләгән,бөләң­герт көнит­ме­ш-тәре оҡшаш һәм әсендергес. Баҫыуҙарға иген сәселмәүен әйтеп үттем, ә бит ошоға тиклем тапшыры­л­ған ра­п­орт­та­р­ҙа, йәшерен-батырын түгел, бөтәһе лә ал да гөл итеп күрһәтелде. Халыҡты бит ҡа­­ғыҙға теркә­л­гән ял­ған от­чет­тар ме­н­ән генә туй­ы-нды­рып булмай, уға ҡара булһа ла әпәкәй кәрәк! Ҡунаҡҡа саҡырылған түрәләр үткән юлға ха­лыҡ мал­ын ҡыуа­лап сыға­рып, уны йәмәғәт көтөүе тип күҙ буяп мут-лашыуҙан ит-һөт арт­май, йә баш­лыҡ­ты ал­дан бил­дә­лә­нгән мар­шрут­тан алып йө­р­өп, ҡаршыһына бәх­е­т­ле йыл­май­­ған кескәйҙәрҙе ба­­­­ҫ­тырыуҙан мәк­тәп­тәребеҙҙә ба­ла­лар һаны иш­әймәй. Быйыл бер районда егерме биш бала урта мәктәпте тамамлаған икән, бер класта, бер мәктәптә, бер ауыл биләмәһендә түгел, ә тотош районда! Килтерелгән миҫалдан һуң ары һүҙ сурытыу урынһыҙ, килеп еттек, килеп терәлдек һуңғы туҡталышҡа! Туҡталыш, тигәндәй, бер ауыл биләмәһе башлығы әсенеп һөйләп торҙо, автоинспекция хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән ауыл зыяраты тапҡырына ту-ҡталыш тамғаһын ҡуйыуҙы талап итәләр икән тегенән, арыу ғына штраф та сәпәгәндәр. Мәғәнәһеҙлек, хаяһыҙлыҡ, аҡылһыҙлыҡтың сиге юҡ! Әле шундай уйға килеп ултырам, ауылдарҙың хәҙерге көн итмеше үҙе үк һуңғы туҡталыш түгелме икән?..
Ошо көрсөктән сығыу юлы бармы? Бар минеңсә. Ҡыйыуһыҙ раҫлауымдың әтнә-кәһе шунда, ошоға тиклем ҡаныбыҙға һеңгән, аңыбыҙҙа нығынған хужалыҡ итеү ал-ымда­р­ынан ҡотолоу еңелдән булмаясаҡ. Октябрь революцияһына тиклем крәҫ-тиәндәр об­щинаға ойошоп эшләне, хатта заманында уны П.А. Столыпин реформаһы ла емерә алманы. Ары Совет власы башланғас община хужалыҡтарына оҡшаш колхоз, сов­хоз­дар бар­лыҡ­ҡа килде. Бер һүҙ менән әйткәндә айырым эшләп өйрәнмәгән-беҙ, беҙҙең ха­л­ыҡта: “Айырылғанды айыу ашар”, тигән мәҡәл дә юҡтан ғына килеп сыҡмағандыр. Бәлки әүәлге хужалыҡтарға оҡшаш (уларҙың күсермәһе түгел) бер-ләшмәләргә ойош­оу фарыздыр? Беҙҙең өсөн ят тойолған фермер хәрәкәтен йәйелдереү ыңғай һөҙ­өм­тә бир­е­р­ме-юҡмы, әле аныҡ ҡына әй­теү мөмкин түгел. Йәнә, фә-ҡир фермер нимә генә ҡыра алһын инде, техника, ер эшкәртеү өсөн башҡа кәрәк-яраҡ һатып алыу өсөн генә лә миллионлап аҡса талап ит­е­лә. Ет-мешенсе йылдар уртаһында Балтик буйы республикаларында фермерҙарҙың йә-шәүе һәм эшләүе менән танышырға тура килде. Улар ни йомошҡа күршеләренә йө­­р­өмәй, бөтә ҡора-малдары, техникаһы күҙ алдында. Ә фермер бу­лам, тип ынтыл­ғандар­ҙан ер­ен дә, ссудаһын да, кредитын да йәл­ләргә яра­май. Тик ер ҡырым-ҡытайҙан килгән сит-ят кешеләрҙеке түгел, урындағы халыҡ ҡара­мағы­н­­да ҡалырға тейеш, быныһы бәх­әс­һеҙ.
Яҙ көнө һөрөү-сәсеү эш­тәре күп ау­ыл­дарҙа оно­тола барһа ла һабантуйҙар мәлендә үткәрелә. Һабанда һай­раш­мағас, ҡыҫыр байрам ойо­ш­тороу менән генә ризыҡ-тәғәмле бу­лып китмәҫбеҙ бит, ағ­ай-эне. Беҙ­ҙең заманда: ”Ик­мәк булһа йыр ҙа булыр!” тигән ҡа­натлы һүҙҙәр йыш яңғырай то­рғайны. Йыр һуҙырға маһирланып ал­дыҡ, икмәкте кем игер? Белгес булмай тороп осһоҙ-ҡырыйһыҙ уйҙарға төшөп китеүем дә, фәлсәфә һатып үҙем­де аҡ­­ыллыға сығарырға тырышыуҙан түгел, ер кешеһе, ауыл балаһы булараҡ уны ҡурсырға теләүҙән­ ки­­лә.
Хәҙер ауылды ауыл итеп тотоп торған берҙән бер үҙәк тороп ҡалды. Ул – мәктәп. Бө­г­ө­н­гө көндә унда ла эштәр ал да гөл түгел. Дистанция аша белем биреү ҙә мәғариф системаһын ныҡ ҡаҡшатты. Өйҙән ятып уҡыу - ашлы сеүәтәне тышынан ялауға бәрәбәр, ризыҡты күрәһең, еҫен тояһың, әммә тамаҡ ҡына туймай. Пандемия шарттарында башҡаса мөмкин дә түгел ине, уныһы ла бәхәсһеҙ. Тәҡдимемме? Әле хәлдәр ыңғайға бара, шөкөр. Шуға уҙған йылды ҡабаттан уҡытып булмаҫмы икән? Яңынан. Элек бит өлгәшмәгән уҡыусыны икенсе йылға шул уҡ класта ҡалдыралар ине. Интернет аша түгел, уҡып белем алһын балалар, уҡытыусы менән туранан-тура, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашһын, шул саҡта ғына ниндәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Ауыл мәктәбен генә түгел, тотош мәғариф системаһын һаҡларға яҡл-арға кәрәк. Билдәле булыуынса мәктәпһеҙ ауыл юғалыуға дусар. Ауыл мә­ктәбе бө­тһә те­л­ебеҙ ҙә, мәҙәниәтебеҙ ҙә, әҙәбиәтебеҙ ҙә юҡҡа сыға. Сөнки әҙә­биәте­беҙ­ҙе балҡ­ыт­­ҡан, мәҙәниәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған яҙыу­сы­ла­ры­быҙ, сәнғәт әһ­елдәр­е бөтәһе лә ауыл кешеләре. Милләтеб­еҙҙең инер ишеге, бәүелер биш­еге бит ул - ауыл! Уҡытыусыларҙың һанын ҡыҫҡартыу­ҙан мә­ғәнә тапма­йым, был­ай ҙа ауылды йә­ш­әтеп торған мәк­тәп­тәрҙә, мед­пункттарҙа пенсия йә­шен­дәге­ләр эш­ләй. Улар кит­һә урын­да­рына кем­дәр килер? Клубы бикле, ла­й­ыҡлы йәшәү өсөн шарт­тар тыуҙырылма­ғ­ан ауы­л­дарҙа йәш­тәр ҡалырға, киткәндәре ҡайтырға аш­ҡынып бармай. Ауыл мәктәбе матди яҡ­лау­ға мо­х­таж, күптәренә кисекмәҫтән ремонт талап ит­елә. Ошо ерҙә та­ғы ла бер күре­н­ешкә иғтибарҙы йәлеп итмәксемен, әлеге мәлдә ауы-лдарҙа даими рәүештә мә­сеттәр ҡалҡа, ғибәҙәтханалар төҙөлә. Иманға ҡайтыу, динебеҙгә йөҙ менән борол­оу изге ғәмәл. Тик мәсет төҙөүгә аҡса бүлеүсе, биреүсе бағым­сылар мәк­тәп­тәр ха­ҡын­да ла он­отма­һа­лар ине, сөнки има-нға ҡайтыу аң-белем аша килә түгелме? Тағы шуныһы аптырауға һала - мәсеттәр артыу тәүфиҡкә, әҙәпкә ҡайтармай нишләптер. Ҡарасҡылай ҡымғырлап ауыл ҡыҙырған асарбаҡ фиғелендәге иҫерек ир-атты күрһәм шул хаҡта уйлап ҡуям.
Тураһын әйтәйек, ауылдарҙа бөгөн эскелек сәскә ата. Һәр ауылда һыра киос­кыл-а­ры бәшмәктәрҙәй ҡалҡып сыҡҡан, йылғыр ком­ме­р­санттар эсер риз­ыҡ­ты ваҡыт-ына, мәленә тап килтереп еткерә: эс, иҫер, миңрәүлән, килә­сәк хаҡында уй­ланма ғына. Ә суррогат шыйыҡса эсеп күпме кеше ҡырыла?! Иҫәбе-һаны юҡ! Үҙәк те­ле-видение ла ана шул маңҡорттар тәрбиәләү сәйә­сәтен үткәрә әлеге көндә, иртәнән алып кискә ҡәҙәр ғәйбәт сәйнәй, мәғәнәһеҙ шау-шыу ойоштора. Уйлай ба­шлаһаң ҡурҡыныс: эскеселәр иленә әүерелеп яй­лап ҡына ҡы­ры­лабыҙ, юҡҡа сығабыҙ бит. Бөгөн “Айыҡ ауыл” хәрәкәтен йәйелдереп ебәрҙеләр. Тик ошо эш тағы ла ҡоро, ялған та­м­аҡ ярыуға оҡшап ҡалмаһа ине. Был акция тураһында ишеткәс ҡыуанып кит­тем, исма­һам эскелеккә ҡарап ҡул ҡаушырып ултырмайбыҙ, ни­мә лә булһа эш­ләй­беҙ, бәлки сара ыңғай һөҙөмтә биреп тә ҡуйыр, кем белә. Беҙгә эскелектән айныуҙан ғәйре сәләмәт ауылдар кәрәк!
Бөгөнгө ауыл ҡартая, быны ниндәйҙер өҫтәмә мәғлүмәтһеҙ ҙә иҫбатларға мөм­кин. Ауылдан йәштәр ҡаса (уларҙы ғәйепләй алмайым, юғарыла сәбәптәрен аңл-аттым бит инде), ауыл ҡыҙҙары ҡалаларҙа ком­мер­санттарға ялланып баҙарҙа сепрәк-сапраҡ һата, егеттәр түшәмгә төкөрөп эшһеҙ-ашһыҙ ауыл урамдарында эт һуғара. Бер мәл улар менән бәхәсләшеп киттем дә һорарға иттем: “Әйтегеҙ әле, егеттәр, һеҙ нисек йән аҫырайһығыҙ ул?” Араларында оятын юғалтҡан берәү тура яуап ҡайтарҙы: “Төн ет­һә әбейҙәрҙең кетәгенән тауыҡ сә­лдерәбеҙ” “Тауыҡ урлағансы ҡыҙ урлап дан сы­ғар­һағыҙсы? Тауыҡ урлағанға ҡарағанда ат ҡарағы булыу күпкә бәҫлерәк түгелме?” Ҡулдарынан килмәһә лә геүләшеп алған булдылар: “Беҙ урлар ҡыҙ-ҡырҡын ҡалаларҙа йө­рөй шул. Ә ат урлауға килгәндә, йүгәнһеҙ ҡалдыҡ, ағай…” Егет­тәр менән килештем дә, күңелемдән йәлләп тә ҡуй­ҙым. Улар-ҙың эшһеҙ йө­рөүҙә­рен­ә, өйләнмәүҙәренә бер улар ғына ғәйепле түгел, ар­аларында әҙәмсә йә­шәргә теләү­се тырыш, эш һөйәрҙәре лә етерлек, йәндәренә өм­өт һалып ҡул­дарына йүгән тот­торо­рға ғына кәрәк.
Бөтәһен бер ҡалыпҡа һуғып ауыл тормошона ҡара яғырға йыйынмайым. Урал аръ­­яғында тырышып эшләгән, хужалығын да күтәргән, халҡын да ҡайғыртҡан, хе-ҙмәт ке­шеһен дәртләндерә белгән хужалыҡтар, ет­әкселәр бар. Уларҙа ла бөтәһе лә ал да гөл түгел, мәгәр ҡул ҡаушырып, тө­­шөнкөлөккә бирелеп ул­тырмайҙар. Тик ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Йомро аҡ таштар өйөлөп бер урында ятҡанда ғына ҡояш йылыһын оҙаҡ һаҡла­у­сан, тараттыңмы күҙ асып йомғансы һалҡынайып, ҡо­т­һоҙланып китәләр. Был һүҙҙәр һәм тәрән мәғәнәле фекер минеке түгел, Мостай Кәримдеке. Ауыл тор­мо­шо ла ана шул таш­тар­ға оҡ­шаш. Ауылды мил­ләт бишеге, тип юҡҡа ғына атаманым. Ошо бише­ге­­беҙ са­быйлы,телле, моңло, ҡо­т­ло, ырыҫлы булып оҙаҡ йыл­дар ти-рбәлһә ине. Әй­­ҙә­геҙ, шу­лай булһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшлә­йек, ни тиһәк тә беҙ ҡат­лы-ҡатлы таш йорттарҙа ярал­ма­ға­н­быҙ, тамырҙарыбыҙ тыуған тупраҡта, беҙ - ер ке­ш­е­­­ләре!