АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Февраль 2021, 17:30

Йоғошло сирҙәр ҡотора

2021 йыл башынан республика менән сиктәш төбәктәрҙә йоғошло сирҙәр ҡотора. Айырыуса сусҡа тағуны хәүефкә һала. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы оператив кәңәшмәлә әйтеүенсә, Рәсәйҙә сусҡа тағуны сиренә бәйле хәл хәүефле. Яңы йылдың тәүге айында ғына илдең 8 субъектында 18 осраҡ теркәлгән.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һуңғы оператив кәңәшмәлә Африка тағуны һәм ҡош киҙеүенә буйынса хәлдәрҙе тотороҡландырыуға бәйле эштәр ҡушты. Һуңғы осорҙа был тәңгәлдәге осраҡтар хәүеф тыуҙыра һәм ауыл хужалығына ныҡлы зыян килтереү менән янай.
2021 йыл башынан республика менән сиктәш төбәктәрҙә йоғошло сирҙәр ҡотора. Айырыуса сусҡа тағуны хәүефкә һала. Республика етәксеһе Радий Фәрит улы әйтеүенсә, Рәсәйҙә сусҡа тағуны сиренә бәйле хәл хәүефле. Яңы йылдың тәүге айында ғына илдең 8 субъектында 18 осраҡ теркәлгән.
--Беҙҙе иң хафаға һалғаны: йоғошло ауырыу республика менән сиктәш төбәктәрҙә теркәлеүе,--тине республика етәксеһе.
Күрше Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренә йоғошло ауырыуҙы ҡабандар таратҡан. Башҡортостандан 40 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Татарстандың Әлмәт районында да сир ҡотора. Ул беҙҙең төбәккә үтеп инмәһен өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә.
Африка тағуны-- йорт сусҡаларына, ҡырағай ҡабандарға хас вирус.
Сибай ҡалаһында сусҡа башлыса шәхси хужалыҡтар аҫрала. Әйтәйек, фермер Вячеслав Бутыриндың ихатаһында 50 баш сусҡа иҫәпләнә.
--Сусҡа аҫрау еңел эш түгел. Етмәһә, емгә хаҡтар бик ҡыйбат. Элек сусҡа башын 300-гә ҡәҙәр еткерә торғайныҡ. Ашатыу яғы наҡыҫланғас, һанды кәметтек. Итен һатыу ҙа ҡыйын, ҙур һорау менән ҡулланмай. Шулай уҡ бынау йоғошло сир эшебеҙгә аяҡ сала. Әлбиттә, ветеринария станцияһы талап иткәндәрҙең барыһын да үтәргә тырышабыҙ. Сусҡаларҙы кәртәнән сығармайбыҙ, мал аҙығын да ҡарап ҡына бирәбеҙ,-- ти фермер Вячеслав Бутырин.
Республикала йоғошло ауырыуҙар буйынса хәлдәр тотороҡло. Шулай ҙа әле бында, әле тегендә ҡотороу осраҡтары теркәлеп тора. 2020 йылда, мәҫәлән ҡотороҡ 5 төбәктә баш ҡалҡытҡан. Шуларҙың икеһендә эттәр ҡоторһа, 1 осраҡта бүре яман сир таратҡан.
фото Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһы төркөмөнән