Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Ноябрь 2020, 13:00

Йүнсел йүнен таба

Абайдуллин Азат Айрат улы бынан бер нисә йыл элек Түбәнге Яйыҡбай ауылының буш торған бинаһында эре мөгөҙлө мал үрсетелә башлаған. Әле уның эше яйға һалынған.

Һуңғы ваҡытта республика етәкселеге тарафынан ауылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Үҙ эшен асҡан кешеләргә, фермерҙарға Хөкүмәт тарафынан төрлө дәүләт программалары булдырылған, гранттар ҡаралған.
Абайдуллин Азат Айрат улы бынан бер нисә йыл элек Түбәнге Яйыҡбай ауылының буш торған бинаһында эре мөгөҙлө мал үрсетелә башлаған. Әле уның эше яйға һалынған. Ауылда мал тотоу өсөн бөтә тәбиғи шарттар булдырылған. Эргәлә генә Һаҡмар йылғаһы аға, уның буйындағы иркен туғайҙарҙа малдарҙы яҙҙан көҙгәсә көтөргә мөмкин. Мал аҙығы әҙерләү өсөн дә аптырайһы түгел, бесәнлектәр етерлек. Быйылғы ҡоролоҡ йылында ла фермер ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы туплап ҡуйған. Биналар ҙа һалҡын ҡыш осорона тулыһынса әҙерләнгән. Ит продукцияһы урындағы билмән цехына, ә һауып алынған аҡ һөт ҡабул итеү комбинатына оҙатыла. Тап ошондай йүнселдәр барында, ауыл да йәшәй, ауыл халҡына ла эш урындары була.
Фото: Рәүилә Хәсәнова.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: